Торт ике төрлө бисквиттан тора. Бик ябай рецепт, тик он, йомортҡа, шәкәр
һәм бер аҙ тоҙ, ә шоколадлы бисквитҡа какао порошогы кәрәк. Тап ошон
дай ингредиенттар классик бисквит өсөн ҡулланыла. 5 йомортҡа, 150 грамм
шәкәр, 150 грамм он, бер семтем тоҙ, 20 грамм какао порошогы кәрәк бу
ласаҡ.
Йомортҡаларҙың ағын һәм һарыһын айырып, ағына бер аҙ тоҙ өҫтәп,
әкренләп шәкәр ҡушып, 10-15 минут тирәһе – масса форма алғансыға ти
клем миксер ярҙамында яҡшылап болғатабыҙ. Һуңынан йомортҡаларҙың
һарыһын ҡушып бутайбыҙ. Иң аҙаҡ массаға яйлап ондо иләгес аша үткәреп
һалып, ҡалаҡ ярҙамында ғына бутап, бисквитты алдан 160 градусҡа тиклем
йылытылған мейестә 40-50 минут бешерәбеҙ. Бисквит бешергәндә мейесте
асырға ярамай (быяла аша процесты күҙәтергә мөмкин)! Мейесте 40 ми
нуттан һуң ғына асырға мөмкин, юғиһә бисквит ҡатырасаҡ. Әҙер бисквитты
15 минут формаһында һыуытабыҙ. Һыуынғанда ул бер аҙ тығыҙлана. Шул
уҡ ысул менән какао порошогы ҡушып шоколадлы бисквитты бешерәбеҙ.
Крем өсөн:
Һөт 500 мл, йомортҡа 2 дана, он 3 аш ҡалағы, шәкәр 150 грамм, аҡ май 100
грамм, ваниль шәкәре.
Бәләкәй кәстрүлдә он, шәкәр, ваниль шәкәре, йомортҡа һалып, яҡшылап
болғайбыҙ, һуңынан һөт өҫтәп, массаны талғын утҡа ҡуябыҙ. Он төйөрҙәре
барлыҡҡа килмәһен өсөн, массаны даими болғап торорға кәрәк. Крем ҡуй
ыра башлағас, уттан алып эҫе кремға йомшаҡ аҡ май өҫтәп, уны тулыһынса
эреткәнсе болғатабыҙ һәм өҫтөнә пленка ҡаплап һыуытырға ҡуябыҙ.
Әҙер бисквиттарҙы өсөшәр өлөшкә бүлеп, һәр ҡатлам араһына һыуы
тылған крем һылап тортты йыябыҙ.
Тортты биҙәү өсөн кремға 2 йомортҡа, 150 грамм шәкәр, 60 миллилитр
һыу кәрәк буласаҡ. Кәрәкле күләмдә һыу һәм шәкәр үлсәп алып тимер һа
уытта талғын утта ҡайнатабыҙ. Масса әҙер булғансы йомортҡаларҙың һа
рыһын айырып (улар беҙгә кәрәкмәйәсәк), миксер ярҙамында ағын яҡшы
итеп болғайбыҙ. Шәкәр сиробының әҙерлеген тикшерәбеҙ. Бының өсөн
бер ҡалаҡ сиропты алып, һалҡын һыуға һалабыҙ. Әгәр сироп һыуҙа эреһә,
массаны ҡайнатыуҙы дауам итәбеҙ. Әгәр түңәрәк шарға йыйылһа, тимәк, ул
әҙер. Ғәҙәттә сироп әҙерләүгә 7-10 минут ваҡыт етә. Әҙер сиропты яйлап
ҡабартылған йомортҡа ағына ҡоябыҙ, массаны болғатыуҙан туҡтамайбыҙ.
3-5 минут эсендә, крем ике тапҡырға ҡабарырға тейеш. Тортты биҙәү өсөн
крем әҙер. Үҙегеҙҙең фантазияғыҙға ҡарап тортты биҙәргә була.
Торт әҙер, аштарығыҙ тәмле булһын!