Яңылыҡтар
6 Март 2025, 09:56

Ләләләр батшалығында

Аҡъярҙан Дилбәр Рәхмәтованың сәскәләре күҙҙең яуын ала

Ләләләр батшалығындаЛәләләр батшалығында
Ләләләр батшалығында

Ләлә (тюльпан) бәхет һәм мөхәббәт символы. Сәскәләр телендә бүләк ителгән ҡыҙыл ләлә мөхәббәтте таныуҙы, һары - бәхет теләген, аҡ - бүләк итеүсенең ғәфү үтенгәнен аңлата. Ләлә сәскәләрен  һайлаған ҡатын-ҡыҙҙар үҙ-үҙҙәрен хөрмәт итеү тойғоһона эйә. Был сәскәләр менән ҡатын-ҡыҙҙар тағы ла наҙлыраҡ, гүзәлерәк күренә. Аҡъяр ауылында йәшәүсе Дилбәр Рәхмәтова өй шарттарында  күҙҙең яуын алып торған матур ләлә сәскәләрен үҫтерә.

-Ләлә сәскәләрен  һатыуға түгел, ә үҙебеҙ өсөн генә үҫтерә башлағайным. Тәжрибәм уңышлы ғына килеп сыҡҡас, һораусылар ҙа булғас, дәртләнеп был эште дауам итергә булдым. Тормош иптәшем  дә сәскә орлоҡтарын сәсергә ярҙамлаша. Сәскәләрҙе ғәҙәттә ҡыҙыл һәм ҡыҙғыл-һары төҫтәрҙә һайлайым. Ләлә сәскәһе – ул  яҙ һәм наҙ символы. 8 Март байрамына гүзәл заттарға  сәскәләр бүләк итеү йолаһы бар – был осорҙа тюльпан популярлығы буйынса хатта роза сәскәһен дә уҙып китә. Өй шарттарында үҫтергә тюльпандар күпкә нығыраҡ, яңыраҡ була һәм оҙаҡ һулымай өйгә йәм биреп  ултыра. Сөнки сәскәләр магазинына Голландиянан килтерелгән тюльпандар күптән ҡырҡылған, әллә нисәмә саҡрым юл үткән була һәм тиҙ генә һулыясаҡ. Шуға күрә ир-егеттәргә һөйгән йәрҙәренә, ҡатындарына, әсәйҙәренә, һеңлеләренә һәм башҡа гүзәл заттарға өй шарттарында үҫтерелгән ләләләрҙе бүләккә алырға тәҡдим итәм. Шулай уҡ бәләкәй теплицала гөлләмә өсөн маттиолла, эустома һәм башҡа сәскәләр, петуниялар ҙа үҫтерәм.

Октябрҙән мартҡа тиклем тюльпандар менән шөғөлләнәм, бер үк ваҡытта петуниялар ҙа үрсетәм. Быйыл хрезантемалар ҙа ултырттым. Әлбиттә, ҡатмарлы эш, сөнки матур сәскәләр үҫтереү өсөн тәүлек әйләнәһенә уларҙы тәрбиәләргә, ҡарарға  кәрәк. Бәйләнештә селтәрендә “Башҡорт тюльпандары” төркөмөн булдырып,  башҡа ҡатын-ҡыҙҙар менән сәскә үҫтереү серҙәре менән уртаҡлашам. Ғөмүмән, баҡса эше яратҡан шөғөлөм. Яҙ һәм йәй күпләп еләктәр үҫтерәм. Уға орлоҡтарҙы Краснодар крайынан алам. Күптәр мин үҫтергән еләктәрҙе тәмләп ҡараны ла инде, көҙ көндәре үҫентеләрен дә алдылар. Бынан тыш, ҡаҙы эшләү менән дә шөғөлләнә башланым. Һәр бер башланғысымды  бар күңелемде һалып башҡарам. Өҫтән генә ҡараһаң, эш барып сыҡмаясаҡ. Шуға күрә һәр бер эшемде еренә еткерергә тырышам. Киләсәктә матур сәскәләр, баҡса еләге үҫтереү буйынса оҫталыҡ кластары үткәрергә лә уйлайым. Төрлө идеялар күп, уларҙы тормошҡа ашырырға ғына кәрәк. Әлеге шөғөлөмдө яратам. Тормошомдо сәскәләрһеҙ, баҡсаһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмайым. Шулай яйлап өйрәнәм, үҫешәм,  - ти Дилбәр Рәхмәтова.

Дилбәр Вәли ҡыҙы сығышы менән Мәләүез районынан. Уның тәүге алған һөнәре вокаль менән бәйле булһа, икенсеһе интерьер дизайнеры.  Тормош иптәше Вилдан менән  бер ул үҫтерәләр. Дилбәр  оҫта баҡсасы ғына түгел, моңло йырсы ла. 2017 йылда “Гәлсәр һандуғас” республика конкурсында ҡатнашып, 2-се урын алған. “Сәхнәне ташланым да, тормошомдо сәскәләр менән бәйләнем. Яҙын тюльпан үҫтереү шундай үҙгәрештәргә килтерҙе”, - тип йылмая Дилбәр.

 Тырыш, маҡсатҡа ынтылыусан  мәҡәләм геройына һоҡаланырға һәм өлгө алырға ғына ҡала. Сәскәләр батшабикәһе Дилбәр Рәхмәтоваға эшендә уңыштар теләп  ҡалабыҙ.

Ләләләр батшалығында
Ләләләр батшалығында
Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас