Яңылыҡтар
6 Март 2025, 10:48

Фатима Ҡоҙабаева витаминлы тәмлекәс рецебы менән уртаҡлашты

-

Фатима Ҡоҙабаева витаминлы тәмлекәс рецебы  менән уртаҡлаштыФатима Ҡоҙабаева витаминлы тәмлекәс рецебы  менән уртаҡлашты
Фатима Ҡоҙабаева витаминлы тәмлекәс рецебы менән уртаҡлашты

Үҙеңде яҡшы тойоп, күтәренке кәйефтә йөрөү өсөн ҡатын-ҡыҙға са
маһын белеп кенә тәмле-татлы менән һыйланыу ҙа кәрәк, ти психолог
тар. Ҡабаҡтың файҙаһы хаҡында күп яҙалар. Алтын төҫтәге ҡабаҡтан
төрлө ризыҡтар кәйефтәрҙе күтәрә. Унан ҡайнатма ла ҡайнатылды, шу
нан повидло ла бик тиҙ әҙерләнде.
Йыуып таҙартылған ҡабаҡты ваҡ итеп турап, ит үткәргес аша үткәреп,
самалап һыу, шәкәр ҡомо өҫтәп, ҙур кәстрүлгә бушатып, плитәлә йом
шарғансы бешереп алабыҙ. Витаминдарға бай булған алма, әфлисун,
мандарин, өрөк, финик, сәтләүек, йөҙөм кеүек емештәрҙе ваҡлап турап,
лимон кислотаһы ҡушып, кәстрүлде ҡайнап ултырған һыу өҫтөнә ҡуябыҙ.
Кәрәгенсә шәкәр ҡомо өҫтәп ҡайнатабыҙ. Аҙаҡтан агар-агарҙы һалҡын
һыуҙа иҙеп, ҡайнап торған массаға ҡоябыҙ, төйөрләнмәһен өсөн туҡта
уһыҙ болғап торабыҙ. Талғын утта бешерәбеҙ. Әҙер булғас, бер аҙ һыуы
тып, майланған батмусҡа тигеҙ итеп ҡойоп һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.
Тәмле һәм бик файҙалы тәмлекәс килеп сыға. Үҙенсәлекле лә, витамин
лы ла, кәйефтәрҙе күтәрерлек ризыҡ күңелгә ятып тора. Шулай уҡ көндә
сәйгә ҡушып тәмләргә, ҡунаҡтар алдына ла ҡуйырға мөмкин.

Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас