Яңылыҡтар
6 Март 2025, 09:01

Һаулыҡты хәстәрләп

Федоровка ауылы халҡы үҙҙәрендә диспансерлаштырыу үтте

Һаулыҡты хәстәрләпҺаулыҡты хәстәрләп
Һаулыҡты хәстәрләп

Федоровка ауылында Аҡъяр үҙәк район дауаханаһы табиптары тарафынан халыҡты диспансерлаштырыу үткәрелде. Ауыл халҡы юғары квалификациялы белгестәрҙән комплекслы тикшереү үтеү мөмкинлегенә эйә булды.Был көндө 60-тан ашыу кеше был мөмкинлектән файҙаланып тикшереү үтте.Табиптарға Сибай медицина колледжының 4-се курс студенттары ла әүҙем ярҙам итте. Халыҡ сәләмәтлеген нығытыуға индергән өлөшө өсөн аҡ халатлыларға рәхмәт белдерҙе ауыл халҡы.

- Федоровка ауылында терапевт, оториноларинголог, хирург, акушер-гинеколог, ультратауыш диагностикаһытабибы тарафынанхалыҡтыкүсмә диспансерлаштырыу үткәрелде. Шулай уҡ  беҙгә Сибай медицина колледжы студенттары, буласаҡ фельдшерҙар  ярҙамға килде.Улар табиптарға пациенттарҙы тикшереүҙә һәм анализдар алыуҙа ярҙам итте. Быйыл беҙ, тәү сиратта, сәләмәтлек яғынан бик үк яҡшы күрһәткестәр булмаған, район дауаханаһына аҙ йөрөгән, өлкәндәр, хәрәкәте сикләнгән граждандар күп йәшәгән ауылдарҙа күсмә медицина тикшереүе ойошторҙоҡ.Тәүге тапҡыр асыҡланған ауырыуҙарҙы диспансер иҫәпкә алабыҙ, хәрәкәте сикләнгән кешеләрҙе өйҙәренә барып ҡарайбыҙ.Быға тиклем Татыр-Үҙәк һәм Әбүбәкер ауылдарында диспансерлаштырыу үткәрһәк, марттың икенсе яртыһында Сиҙәм ауылыбиләмәһе планлаштырылған. Бындай күсмә медицина тикшереүҙәрҙең әһәмиәте ҙур.УЗИ тикшереүе үткәрәбеҙ, сөнки яман сирҙең һуңғы стадияһында асыҡлаған осраҡтар күп.Табиптархәрәкәте сикләнгән ауырыуҙарҙы ҡарай, ятҡан пациенттарҙы дөрөҫ тәрбиәләргә өйрәтә. Бөгөн районда беренсе урында йөрәк-ҡан тамырҙары, икенселә аш һеңдереү,  өсөнсөлә тын юлдарысирҙәре, дүртенсе урында иһә яман шеш ауырыуҙары килә.Шуға күрә, бер ниндәй ялыу һәм сир билдәләре булмаған хәлдә лә, диспансерлаштырыуҙы мотлаҡ үтергә кәрәк,- тине Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының баш табибы Рәмилә Шәрипова.

Әйтергә кәрәк, диспансерлаштырыу хроник сирҙәр үҫеше хәүефен тыуҙырған төп факторҙарҙы иртә осорҙа асыҡлауға, тимәк, инвалидлыҡты кәметеү, ваҡытынан алда вафат булыуҙы иҫкәртеү һәм ғүмер оҙайлығын арттырыуға йүнәлтелгән.Был сара өс йылға бер тапҡыр 18 йәштән үткәрелә башлай. 40 йәше тулған граждандар һаулығын йыл һайын тикшертергә тейеш.2019 йылдың 1 ғинуарынан диспансерлаштырыу өсөн түләүле ял көнө биреү тураһында хеҙмәт законының яңы нормалары ғәмәлгә инде.

Комментарий:

Гөлназ Һағынбаева, Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының табип-оториноларингологы:

-Билдәле булыуынса, һаулыҡ нигеҙе – ул профилактика. Шуға күрә быйыл беҙ профилактик тикшереү, район халҡына диспансерлаштырыуүткәреү маҡсатында ауылдарҙа күсмә ҡабул итергә ҡарар иттек. График буйынса терапевт, хирург, окулист, лор табиптары составында ауылдарға сығабыҙ. УЗИ, ЭКГ үткәрәбеҙ, анализдар алабыҙ. Былар барыһы лаауырыуҙарҙы мөмкин тиклем иртәрәк асыҡлау, диспансер иҫәпкә алыу һәм ваҡытында дауалау өсөн эшләнә. Медицина ярҙамына мохтаж, ауыр сирлеләрҙе, инвалидтарҙы өйҙәрендә ҡарайбыҙ. Шуға күрә халыҡты даими диспансерлаштырыу үтергә саҡырам.

Эльвира Яхина, Сибай медицина колледжы уҡытыусыһы:

  • Фельдшер һөнәренә уҡыған Сибай медицина колледжының 4-се курс студенттарыменән Федоровка ауылында халыҡты диспансерлаштырыу сараһында ҡатнаштыҡ.Беҙҙең студент-медиктар табиптарға халыҡҡа медицина тикшереүе үткәрергә ярҙамлашты, беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү,сәләмәт тормошо алып барыу тураһында һөйләшеү үткәрҙе.“Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрендә беҙ йыл һайын сығарылыш курс студенттары менән конкурста ҡатнашыусы ауылдарға сығып, халыҡҡа сәләмәт йәшәү рәүеше тураһында профилактик эш алып барабыҙ.

Фекерҙәр:

Татьяна Данилова:

-Сәләмәтлеге тураһында уйлаған  һәр кемгә диспансерлаштырыу үтеү мөһим тип уиҫәпләйем. Әгәр ҙә һаулығыңды үҙең ҡайғыртмаһаң, ул башҡаларға кәрәкмәй. Үҙем иһә йыл һайын медицина тикшереүе үтәм.Табиптарҙың ауылдарға сығып, халыҡҡа диспасерлаштырыу үткәреүҙәре яҡшы. Сөнки күптәр район дауаханаһына барырға ваҡыт тапмай. Ә урында күптәр килеп күренәсәк һәм тикшереләсәк.

Антонида Миляева:

-Район дауаханаһы табиптарының ауылға килеүҙәре яҡшы булды. Үҙебеҙҙә белгестәргә күренеп, медицина тикшереүе үттек. Анализ бирҙем, УЗИ, ЭКГ үттем, акушер-гинеколог, лор, хирург һәм терапевтҡа күрендем. Былай эшем буйынса йыл һайын медицина тикшренеүе үтеп торам. Һаулыҡ –ҙур байлыҡ тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр бит. Сәләмәтлегебеҙ үҙ ҡулыбыҙҙа.Башҡаларҙың да үҙ ваҡытында диспансерлаштырыу үтеүҙәрен, һау булыуҙарын теләйем.Табиптар иһәһөнәри оҫталыҡтары, фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн ҙур рәхмәт белдерәбеҙ.

Һаулыҡты хәстәрләп
Һаулыҡты хәстәрләп
Һаулыҡты хәстәрләп
Һаулыҡты хәстәрләп
Һаулыҡты хәстәрләп
Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас