Хәйбулла Ейәнсура райондары менән Ырымбур өлкәһенә сиктәш. Бәләкәй Арыҫланғол ауылы Әбеш ауыл советы биләмәһенә ҡарай. Был яҡта халыҡ телендә Вәзәм тип йөрөтөлгән ауыл Башҡортостандың иң матур һәм төҙөк ауылдарының береһе. Ошо ауылда 2013 йылда барлыҡҡа кил лә инде “Вәзәм һуҡма шәле” клубы. Бының башланғысы булып Әбүбәкер ауылындағы йөҙ йыллыҡ һуҡма шәл булыуы һәм арҙаҡлы шәхесебеҙ Сәрүәр Рәшит ҡыҙы Суринаның тәҡдиме, ярҙамы менән тергеҙеү эштәре башланып китте. һөнәре бер ҡасан да бер кемде лә кәм итмәгән. Вәзәм ауылы мәҙәниәт йортонда һуғыу ҡоролмаһы ҡуйып, шәл һуғырға өйрәнеү һәм бер-нисә оҫта берләшеп, һуҡма шәлдәр етештерергә, уларҙы республика күргәҙмәләренә һәм һатыу нөктәләренә сығарырға ниәт иттеләр. “Вәзәм һуҡма дебет шәле” тигән исем менән республика шәл оҫталары бәйгеһендә ҡатнашып (2015), гран-при бүләген дә яуланы шәлселәр. Йөҙ меңлек Прзидент грантын алыуға өлгәшеп, һуғыу станоктары һатып алдылар. Әйткәндәй ул станоктарҙы ауылдаштары Риф Сурин эшләп бирә, ә инде хәҙер уға эйәреп Мансур, Азамат Суриндар ҙа эшләп етештерә. Өфөлә, “Салауат йыйынында”, ВДНХ күргәҙмәләрендә, Чебоксар ҡалаһында үткән Рәсәй һуғыусыар форумында ҡатнашалар, Мәскәү, Екатеринбург, Санкт-Петербург кеүек ҡалаларҙа башҡорт һабантуйҙарында күргәҙмәләрҙә “Вәзәм һуҡма шәле” халыҡ клубы ағзалары ҡатнаша һәм Башҡортостан кәсепселеген күрһәтә. 2015 йылда “Вәзәм шәле” клубы халыҡ клубы исеменә лайыҡ була, тип яҙҙы тележурналист Сәрүәр Сурина.
Әйе, беҙҙең бөгөн бәләкәй генә булһа ла матур байрамыбыҙ. Беҙгә, “Вәзәм шәле” халыҡ клубына, 10 йыл тулды. Яңы – яңы ғына ойошоп йөрөгән һымаҡ булһа ла 10 йыл ғүмер үтеп тә киткән икән. Күпме кәртәләр, өйрәнеүҙәр, уңыш, ҡыуаныстар аша үттек ошо йылдар эсендә. Аллаға шөкөр, намыҫлы, ышаныслы, сәмле, оҫта апайҙар менән күтәреп алып китә алдыҡ был матур ҙа, үҙенсәлекле лә, еңел дә булмаған шөғөлдө. Күпме ер-һыу күрҙе беҙҙең шәлдәр һәм шәлселәр, Вәзәм ауылының данын сығарҙы аллаға шөкөр!
Әлеге көндә коллективтың төп составы булып Сурина Райхана Шәйхислам ҡыҙы, Сурина Нурсия Абдулла ҡыҙы, мәрхүмә Ласынова Клара Хибәт ҡыҙы, йәне йәннәттә булһын, , Сурина Сәғиҙә Сабир ҡыҙы, , Сурина Гөлназ Ғамир ҡыҙы тора.
Хоҙай үҙе беҙгә шундай матур күңелле, дәртле кешеләрҙе ебәреп тора шул, иншалла! Бына был юлы, талантлы яҙыусы - драматург, тележурналист, драматург, шағирә, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың магәриф отличнигы, Зәйнәп Биишева һәм Аҡмулла премиялары лауриаты, Вәзәм килене Сурина Сәрүәр Рәшит ҡыҙы Вәзәм ауылының йәшәйешен күҙәтеп, дәртле, оҫта халыҡ йәшәгәнен белеп тә беҙгә 2013 йылда ошондай матур тәҡдим яһаны. Район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Лариса Рәшит ҡыҙы, Миңзифа Ибраһим ҡыҙҙары, район музейы менән кәңәшләшеп, өс яҡлап эшкә тотондоҡ. Яңылышмыныҡ, бик матур итеп килеп сыҡты эшебеҙ, күп нәмәгә өйрәндек, еңеүҙәр ҙә яуланыҡ, ауырлыҡтарҙы ла үткәрҙек, әммә сәмләнеп бергә еңеп сыҡтыҡ! Һәм бына бөгөн беҙ, 10 йыл халыҡ коллективы исемен йөрөтәбеҙ, 10 йылдан ашыу шәлдәр һуғабыҙ! Ошо башланғыстарҙа ярҙам ҡулы һуҙған ауылдаштарға, ышаныстарын юғалтмай аҙағына тиклем ҡуша барыусы шәлсе апайҙарға рәхмәт. Мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Лариса Рәшит ҡыҙы ҡайҙағы көнкурсҡа булһа ла юл асһа, Миңзифа Ибраһим ҡыҙы һәр ваҡыт беҙҙе ҡурсалап алып йөрөтә, ҙур рәхмәтлебеҙ уларға. Шулай уҡ шәл һуғыу серҙәренә өйрәткән Әбйәлил районынан мәрхүмә Рәсилә Валеева апайға, әйҙәүсе, ошо матур идеяны ышанып беҙгә тәҡдим итеүсе Сәрүәр еңгәйгә ҙур рәхмәт еткерәбеҙ! Һаулыҡта, шатлыҡта, матурлыҡта, бәхеткә генә төрөнөп йәшәгеҙ! Беҙ бөгөн ғорурланабыҙ, ошолай ур эште атҡара алғаныбыҙға. Мәскәү, Санкт-Петербург, Чебоксар, Екатеринбург, Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә булырға яҙҙы беҙгә данлыҡлы һуҡма шәл менән. Матур, иҫтәлекле хәтирәләр алып ҡыуанып ҡайтабыҙ.
Хөрмәтле “Вәзәм шәле” халыҡ коллективы апайҙары! Һеҙ Вәзәм ауылының данлыҡлы оҫта шәлселәре, егәрле, матур, дәртле ағинәйҙәре лә! Ауылдың, райондың, Республикабыҙҙың ғорурлығы һеҙ! Беҙҙең ауылда күҙ яуын алып торорлоҡ шәл бәйләүсе оҫталарыбыҙ бихисап, тағын шәл һуғыусы оҫталарыбыҙҙың да даны сыҡты, аллаға шөкөр. Барығыҙ ҙа үҙ шөғөлөгеҙҙең ысын оҫталары. Хоҙай һеҙгә оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ бирһен, ғаилә именлеге, донъя тынслығы бирһен! Ошо күңелле лә , еңел дә булмаған Шәл һуғыуҙы ышаныс менән бергә күтәреп килгәнегеҙ өсөн рәхмәтлемен!
Байрам сараһына ҡотлауҙар һәм бүләктәр менән Район мәҙәниәт йорто директоры Кәримова Илүзә Таһир ҡыҙы һәм район мәҙәниәт йорто халыҡ ижады булеге методисы Ишемғолова Миңзифа Ибрагимов ҡыҙы килде. Рәхмәт, килгән ҡунаҡтарға, байрамда ҡатнашыусыларға.