Яңылыҡтар
3 Март 2025, 10:30

Дәүләт пошлинаһын ниндәй осраҡта ҡайтарырға була

-

Дәүләт пошлинаһын ниндәй осраҡта ҡайтарырға булаДәүләт пошлинаһын ниндәй осраҡта ҡайтарырға була
Дәүләт пошлинаһын ниндәй осраҡта ҡайтарырға була

 Дәүләт пошлинаһы өсөн түләнгән аҡсаны кире ҡайтарып була. Ниндәй осраҡтарҙа был мөмкин – Башҡортостандың Күп функциялы үҙәге белгестәре менән ошо хаҡта аңлатабыҙ.

 Дәүләт пошлинаһы өсөн түләнгән аҡсаны түбәндәге осраҡтарҙа ҡайтарырға мөмкин:

- дәүләт пошлинаһы кәрәкле күләмдән артығыраҡ түләнгән булһа;
- түләүсе власть органына мөрәжәғәт иткәнгә тиклем документтар тапшырыуҙан баш тартһа;
- килешеү төҙөүсе яҡтарҙың ғаризаһы нигеҙендә хоҡуҡты теркәү туҡтатылһа (түләнгән сумманың яртыһы кире ҡайтарыла).

❌ Дәүләт пошлинаһын түбәндәге осраҡтарҙа кире ҡайтарып булмай:

- күсемһеҙ милек объектын булдырыуға (ойоштороуға) бәйле дәүләт кадастр иҫәбенә ҡуйыу һәм хоҡуҡтарҙы дәүләт теркәүе;
- күсемһеҙ милек объектын, бер юлы уға булған хоҡуҡты дәүләт теркәүе үткәрмәйенсә, дәүләт кадастр иҫәбенә ҡуйыу.

Дәүләт пошлинаһы түләгән көндән алып өс йыл эсендә аҡсаны кире ҡайтарыу тураһында ғариза менән мөрәжәғәт итергә була.

???? Күп функциялы үҙәктең бәйләнеш үҙәгенең +7 347 246-55-33, +7 927 333-31-00 телефондары буйынса шылтыратып, өҫтәмә мәғлүмәт алырға мөмкин.

 #Аңлатабыҙ_Башҡортостан 

Автор:
Читайте нас