Яңылыҡтар
28 Февраль 2025, 07:30

Медицина ярҙамы бушлай күрһәтелә

 Башҡортостанда йәшәүселәр БДМУ клиникаһындағы Робот хирургияһы үҙәгендә медицина ярҙамы алырға мөмкин.

Медицина ярҙамы бушлай күрһәтеләМедицина ярҙамы бушлай күрһәтелә
Медицина ярҙамы бушлай күрһәтелә

🩺 Башҡортостанда йәшәүселәр БДМУ клиникаһындағы Робот хирургияһы үҙәгендә медицина ярҙамы алырға мөмкин.

Операциялар бушлай яһала – үҙегеҙ менән мотлаҡ медицина страховкаһы полисығыҙ булыуы етә.

📞 Операция яһатыу өсөн +7 (347) 286-15-46 телефоны буйынса яҙылырға мөмкин. Тулыраҡ мәғлүмәт - kbgmu.ru сайтында

🔵 Операциялар «Da Vinci» хирургия роботы системаһы тарафынан үткәрелә. Уның төп ыңғай күрһәткесе – тирә-яҡ туҡымалар артыҡ йәрәхәтләнмәй. Был операциянан һуң ҡан юғалтыу һәм ауыртыуҙы кәметә, шулай уҡ тиҙ арала ғәҙәти йәшәү рәүешенә ҡайтырға мөмкинлек бирә.

Системаны хирургияның күп тармағында, мәҫәлән, гинекология, урология, ҡан тамырҙары өлкәләрендә ҡулланалар. Уның ярҙамында шулай уҡ ҡорһаҡ ҡыуышлығында һәм күкрәк ситлегендә операция үткәрелә.

⚪ Үҙәктә «Cuvis Joint» робот-травматологы ла бар. Ул быуындың өҫкө йөҙөн һәм һөйәк каналдарын протезды ҡуйыу өсөн бөтә теүәллегендә әҙерләү мөмкинлеген бирә.

Башҡортостандағы Робот хирургияһы үҙәге – Волга буйы федераль округында берәү генә. 2025 йылда уның асылыуына 7 йыл тула.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан 

Автор:
Читайте нас