Яңылыҡтар
24 Февраль 2025, 11:45

Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда буран сығыу ихтималлығы һаҡлана

-

Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда буран сығыу ихтималлығы һаҡланаАлдағы көндәрҙә Башҡортостанда буран сығыу ихтималлығы һаҡлана
Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда буран сығыу ихтималлығы һаҡлана

Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда буран сығыуы ихтимал. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 24 февралдә, республикала бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Көндөҙ көньяҡ-көнсығыш райондарҙа көслө ҡар, буран, юлдарға көрт һалыуы фаразлана. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын, көндөҙ көньяҡ-көнсығыштан көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ -4, -9°.

Шишәмбе, 25 февралдә, төндә, шулай уҡ урыны менән көслө ҡар яуыуы, урыны менән буран сығыуы ихтимал. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -10, -15°, көндөҙ -5, -10°.

Шаршамбы, 26 февралдә, урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -12, -17°, аяҙытҡанда -22°, көндөҙ -8, -13°.

 

Автор:Әлфиә Әһлиуллина

Фото:Ксения Калинина

Автор:
Читайте нас