Яңылыҡтар
14 Февраль 2025, 10:44

Никах теркәү тураһында ғаризаны Дәүләт хеҙмәттәре аша биреп була

Буласаҡ кейәү менән кәләш Дәүләт хеҙмәттәре аша никах теркәү тураһында ғариза бирә ала. Бының өсөн уларҙың икеһенең дә раҫланған иҫәп яҙмаһы булырға тейеш.

Никах теркәү тураһында ғаризаны Дәүләт хеҙмәттәре аша биреп булаНиках теркәү тураһында ғаризаны Дәүләт хеҙмәттәре аша биреп була
Никах теркәү тураһында ғаризаны Дәүләт хеҙмәттәре аша биреп була

Үҙегеҙ теләгән төбәкте һәм ЗАГС-ты һайлай алаһығыҙ. Ғаризалар һаны буйынса сикләү юҡ, әммә никах бер тапҡыр теркәлә.

 

📝 Ғаризаны нисек тултырырға:

 

1. «Никах теркәү» хеҙмәтенә күсегеҙ: vk.cc/ccG4ET. Үҙегеҙ һәм икенсе ғариза биреүсе тураһында мәғлүмәттәрегеҙҙе тултырығыҙ, теркәү урынын, датаһын, ваҡытын һайлағыҙ һәм 350 һум күләмендә дәүләт пошлинаһын кем түләйәсәген күрһәтегеҙ.

 

2. Ризалыҡ алыу өсөн ғаризаны икенсе ғариза биреүсегә ебәрегеҙ.

 

3. Икенсе ғариза биреүсенең һеҙ күрһәткән электрон почтаһына – белдереү, шәхси кабинетына ғариза ебәрелә. Артабан ул мәғлүмәттәрҙе тикшерергә һәм ғаризаның үҙенә ҡағылған өлөшөн тултырырға тейеш.

 

Белдереү килмәһә, түбәндәге һылтанма буйынса ярҙам хеҙмәтенә мөрәжәғәт итегеҙ: vk.cc/cIxFp3.

 

❗ Мөһим:

 

- Буласаҡ кейәү менән кәләш, ғаризаны тултырып, 24 сәғәт эсендә дәүләт пошлинаһын түләргә тейеш.

 

- Ғаризаның ҡараламала ҡалмай, ведомствоға ебәрелгәнен тикшерегеҙ.

 

- Ебәрелгән ғаризаның тарихын шәхси кабинеттығыҙҙа күҙәтеп барырға мөмкин.

 

- Дәүләт хеҙмәттәрендә ғариза бирә алмаһағыҙ, паспорттарығыҙ менән ЗАГС-ҡа мөрәжәғәт итегеҙ.

Автор:
Читайте нас