Башҡортостандан МХО-ла ҡатнашыусыларҙың 3 йәшкә тиклемге балалары өсөн «Һөт кухняһы» продукцияһын бушлай биреү ҡаралған. Һөт ризыҡтарын шулай уҡ йөклө ҡатындар һәм бала имеҙгән әсәләргә лә алырға була. Ташламаны юллау өсөн түбәндәге документтар кәрәк: - хәрби комиссариаттан белешмә; - поликлиниканан белешмә; - ғариза биреүсенең паспорты; - баланың тыуыу тураһындағы таныҡлығы; - никах тураһында таныҡлыҡ. ️ Ғаризаны: - яҡындағы «Һөт кухняһы»ның таратыу пунктында; - Күп функциялы үҙәк офисында бирергә мөмкин. Һөт ризыҡтары таратыу пункттарының адрестары һәм эш сәғәттәре – һылтанма буйынса. Ошонда уҡ документтар юллау тәртибе менән дә танышырға мөмкин. Һорауҙарығыҙ булһа, +7 (347) 246-55-01 номерына шылтыратып белешә алаһығыҙ.