Яңылыҡтар
12 Февраль 2025, 04:07

Һөйөнсө! Тағы бер патентыбыҙ бар!

-

Һөйөнсө! Тағы бер патентыбыҙ бар!Һөйөнсө! Тағы бер патентыбыҙ бар!
Һөйөнсө! Тағы бер патентыбыҙ бар!

“Роспатентта Башҡортостандың йәнә бер төбәк бренды теркәлде. Ул – Аҫалы башҡорт балаҫы”, - тип яҙҙы Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова үҙенең телеграм-каналында.

Был – Башҡортостандың географик күрһәтмәле өсөнсө бренды. Быға тиклем Мансур граниты һәм Башҡорт шәле брендтары теркәлде. Барлығы республиканың ун патенты бар.

Әлеге мәлдә Рәсәй реестрында 369 уникаль тауар теркәлгән.

Төбәк бренды – ул төбәктең визит карточкаһы, шулай уҡ иҡтисад үҫешенә йоғонто яһай торған ҡеүәтле инструмент.

Фото балаҫ һуғыу оҫтаһы Гүзәл Мостафинаның социаль селтәрҙәге сәхифәһенән алынды.

Автор:
Читайте нас