Ҡот осҡос ваҡиғаларға нөктә ҡуйылған көндән һуң 36 йыл ваҡыт уҙып, ундағы ҡанлы ваҡиғалар алыҫайһа ла, әле лә ул көндәр интернациональ бурыстарын үтәп ҡайтҡан ҡыйыу йөрәкле ир-егеттәрҙең күңел яраларын ҡуҙғата. Яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу көнө алдынан Аҡъяр ауылында йәшәүсе Айрат Байғужин менән әңгәмәләштек.
Ул башҡа күп афғансылар кеүек күргән-кисергәндәрен асылып китеп һөйләргә яратмай. Сөнки ул көндәр йөрәктә тәрән эҙ ҡалдырған, хәтирәләрҙе ҡуҙғатыу иһә күңел яраларын яңырта. Иҫән ҡайтыу бәхет булһа ла, ул саҡтағы шартлау, атыш тауыштары, ҡарауыллап торған снайперҙар, үлем менән күҙгә-күҙ осрашыуҙар, иптәштәрҙе юғалтыуҙар иң ауыр хәтирәләр булып мәңге күңеленә уйылған.
Айрат Йомағол улы Юлбарыҫ ауылында ишле ғаиләлә өсөнсө бала булып донъяға килгән. 1-4-се кластарҙа тыуған ауылында, һуңынан ғаиләләре менән Быҙаулыҡ ауылына күскәс, 5-8-се кластарҙа ошо ауылда белем ала. Мәктәпте тамамлағас, Татыр-Үҙәк ауылында 3 ай тракторсылар курсын үтеп, «Аҡъяр» совхозында комбайнсы ярҙамсыһы булып хеҙмәт юлын башлай.
–1984 йылдың май айында әрме хеҙмәтенә саҡырылдым. Тәүҙә Үзбәкстан Республикаһының Чирчик ҡалаһында биш ай учебкала хәрби күнегеүҙәр үттек. “Учебка”ны бөтөп тә өлгөрмәнек, октябрҙә
Утлы Афған яуын үткән яугир
Афған һуғышы – тарихыбыҙҙың ҡайғылы бер бите. Иғлан ителмәгән һуғыш 9 йыл да 1 ай һәм 19 көн дауам итә. Уның хаҡы–һуғыш яланынан үткән 500 мең һалдатыбыҙ, уларҙың 50 меңгә яҡыны яралана, 6 мең ярымдан ашыуы инвалид булып ҡала, 13833 яугир һәләк була, бер нисә йөҙө хәбәрһеҙ юғала. Афғанстанда 110 айлыҡ һуғышта Башҡортостандан 337 яугир, шул иҫәптән, беҙҙең райондан саҡырылған 6 яугир һәләк була. Дөйөм алғанда, 100-ҙән ашыу Хәйбулла ир-егете Афғанстан Демократик Республикаһы территорияһында интернациональ бурысын үтәгән.Ташкенттан самолет менән Афғанстанға ебәрҙеләр. Кабул ҡалаһының йыйылыу пунктынан Джалалабад ҡалаһына тағы самолет менән остоҡ. Унда үҙенсәлекле климат шарттарында хеҙмәт иттек, бик эҫе ине, бөтөнләй ҡыш булманы. 154-се махсус тәғәйенләнешле батальондың һауа-десант ғәскәрҙәрендә рядовой булып хеҙмәт иттем. Тотош батальон менән ҡамауға ла эләктек, – тип хәтерләй Айрат Байғужин.
Бейек тауҙар, таштар араһында һуғыш ауырлыҡтарын үҙ иңендә татыған, йәшләй генә үлем менән күҙгә-күҙ осрашҡан Айрат Байғужин афған ерендә хеҙмәт итеп, батырлыҡ, рухи түҙемлек өлгөһө күрһәтә. 1986 йылдың майына тиклем ул үҙенең хәрби бурысын намыҫ менән үтәй, уның хәтерендә мәңгелеккә Пакистан сигендә булған ваҡиғалар ҡала, ул саҡта тотош батальон ҡамауға эләгә. Ҙур юғалтыуҙар була... Афғанстан Республикаһында интернациональ бурысын үтәгәндә күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн Айрат Йомағол улын «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләйҙәр, иҫтәлекле юбилей миҙалдары менән наградлана, маҡтау ҡағыҙҙары һәм почет грамоталары тапшырыла.
Армиянан ҡайтҡандан һуң иретеп йәбештереүсе һөнәренә уҡып, Өфө ҡалаһында бер аҙ хеҙмәт тәжрибәһе туплай, Фрунзе исемендәге колхозда, артабан «Мәләүез ХимСтрой» ойошмаһында эшләй, мелиоратор ҙа була. Район үҙәгендә спорт мәктәбен, Аҡъяр тау колледжын төҙөүгә үҙ өлөшөн индерә. Әлеге ваҡытта «Башҡорт баҡыры» предприятиеһында иретеп йәбештереүсе булып эшләй.
Айрат Байғужин Аҡъяр ауылынан Нурия Сәмиғулла ҡыҙы менән ғаилә ҡороп, ике улға ғүмер бирәләр. Улар икеһе лә «Башҡорт баҡыры» ойошмаһында эшләй. Өлкән улдары Эдуард мәктәпте тамамлағандан һуң, Өфө ҡалаһында уҡып ҡулына диплом алғас, әрме хеҙмәтенә саҡырыла. Әлеге ваҡытта тормош иптәше Лилиә менән Аҡъяр ауылында төпләнгән, бер ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Кесе улдары Рөстәм шулай уҡ Аҡъярҙа йәшәй, матур ғаиләлә ҡыҙ һәм ул үҫтерәләр.
–Әле лә илебеҙ именлеге өсөн махсус хәрби операция бара. Хәҙер, әлбиттә, икенсе һуғыш, заманса техника, дрондар...Егеттәрҙең Ватан яҙмышы өсөн МХО-ға барыуына ғорурланам да, шул уҡ ваҡытта һәләк булғандар өсөн көйөнәм. Нисек кенә булмаһын, Рәсәй яугирҙары һәр ваҡыт батырлығы һәм илһөйәрлеге менән айырылып тора, – тип әңгәмәне тамамланы яугир-интернационалист.
Күп юғалтыуҙарға килтергән Афған һуғышы тураһында оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Көндәр тыныс, күктәребеҙ аяҙ булып, һәммәбеҙгә атыш тауыштарын ишетмәйенсә йәшәргә насип булһын ине