Яңылыҡтар
10 Февраль 2025, 05:50

Ҡартатаһы кеүек ил һағына баҫҡан

Петропавловка ауылы уҙаманы дәүләтебеҙгә хәүеф янағанда өйҙә ултырып ҡала алмаған

Ҡартатаһы кеүек ил һағына баҫҡанҠартатаһы кеүек ил һағына баҫҡан
Ҡартатаһы кеүек ил һағына баҫҡан

Украинала махсус хәрби операция башланыу менән бихисап ир-егеттәр илебеҙ именлеге һағына баҫты. Улар иңдәренә йөкмәтелгән хәрби бурыстарын намыҫ менән үтәй, Тыуған иле һәм яҡындары өсөн йәнен-тәнен аямай. Петропавловка ауылынан һуғыш яланында «Худой» позывнойлы яҡташыбыҙ ҙа шундайҙарҙан.

–Махсус хәрби операция башланғас та унда барыу тураһында уйлана башланым. Етмәһә, минең ҡартатайым да, ҡайным да Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандар. Улар ҙа тыныс ил, балаларының матур киләсәге өсөн һуғышҡан, – ти ул.

Ата-бабалары кеүек илһөйәр уҙаман дәүләтебеҙгә хәүеф янағанда өйҙә ултырып ҡала алмаған. Тыуған ил саҡырыуын ҡабул итеп, беҙҙең тыныс, имен тормошобоҙ хаҡына мәҡәлә геройы махсус хәрби операцияла үҙ ирке менән ҡатнашырға теләк белдерә һәм 2023 йылда Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөй.

–Яҡындарым һәм туғандарым быны аңлап ҡабул итте. Ҡарарымды дөрөҫ тип һанайым, сөнки илебеҙҙе һаҡлау электән ир-егеттең төп бурысы булған. Илебеҙ ҡурҡыныс аҫтында булғанда, ғаиләм, балаларым, ейән-ейәнсәрҙәремде ҡурсалап, ситтә ҡала алманым һәм МХО биләмәһендә хеҙмәт итергә теләк белдерҙем һәм быға  үкенмәйем, – тине әңгәмәсем.

Совет армияһы составында Алыҫ Көнсығышта пехотала БМП водителе булып хеҙмәт иткән яҡташыбыҙ хәрби бурысын намыҫ менән үтәп, старшина званиеһында тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡан. Хеҙмәт юлын «Матрай» совхозында тракторсы булып башлай. Совхоз тарҡалғандан һуң,   «Башҡорт баҡыры» предприятиеһының тау-байыҡтырыу фабрикаһында эшләп, хаҡлы ялға сыға.

–МХО биләмәһенә Бүребай егете «Танкист» менән бергә юлланғайныҡ, уны танкылар полкына ебәрҙеләр. Ә мин әле лә Херсон йүнәлешендә десант-штурмлаусы полкы составында хеҙмәт итәм. Беҙҙе бөтә кәрәк-яраҡ менән Рәсәй Ҡораллы көстәре тәьмин итә. Тыуған яҡтан гуманитар ярҙам әле килгәне юҡ.  Ошо арала  Херсон йүнәлешенә лә ылау оҙатыласаҡ тип хәбәр иттеләр.  Яугирҙарға тәү сиратта дрондар, төндә күреү приборҙарынан тыш, хәрби техниканы, окоп-блиндаждарҙы һәм һалдаттарҙы ҡурсалаған маскировкалау селтәрҙәре даими һәм айырыуса бик ныҡ кәрәк, унһыҙ бында мөғәләмә итеү мөмкин дә түгел, ә күпмелер ваҡыт үтеү менән улар йыш ҡына сафтан сыға башлай һәм тиҙ арала алмаштырыуҙы талап итә, – тип белдерҙе «Худой».

Хеҙмәт итеү осоронда яҡындары янына икенсегә ҡайтып киткән яҡташыбыҙ киләһе осрашыуҙы түҙемһеҙләнеп көтә. «Ҡыҫҡа ваҡытлы отпуск  алдынан контузия алғайным. Ялымда ҡатыным, балаларым, ейән-ейәнсәрҙәрем менән күберәк бергә булырға тырыштым. Иң мөһиме, барыһы ла  имен-һау йәшәһендәр, ейән-ейәнсәрҙәрем ҡартатаһын ҡыуандырып үҫһендәр», – тине мәҡәләм геройы.

 «Худой» кеүек батыр ир-егеттәргә уңышлы хеҙмәт итеп, еңеү менән ҡайтып, ғаиләһе менән тиҙерәк осрашып, яҡындары менән бәхетле оҙон ғүмер кисереүен теләйбеҙ.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас