Бөгөн Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров эш сәфәре менән Хәйбулла районында булды. Зариф Зәкир улы МХО-ла батырҙарса һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре менән осрашты, бер нисә гражданға "Ил терәге" почетлы билдәһен тапшырҙы. Дәүләт Думаһы депутаты граждандарҙы шәхси һорауҙар буйынса ла ҡабул итте, ҡануниәттәге һуңғы яңылыҡтар тураһында һөйләне, осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе һәм мәсьәләләрҙе артабан ҡарау өсөн контролгә алды. Район үҙәгендә Йәштәр йортонда «Йәштәр сәйәсәтен үҫтереү» буйынса үркәрелгән түңәрәк өҫтәл Зариф Зәкир улы ҡатнашлығында үтте. Шулай уҡ депутат Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Фәтхулла Юламанов менән осрашып, 101 йәшлек аҡһаҡалға иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.