Яңылыҡтар
5 Февраль 2025, 06:16

Яҙмыш һынауҙарына бирешмәй

Ҡайғыға баш эймәй, балаларын яңғыҙ аяҡҡа баҫтырғандарҙы «тол ҡатындар иламай»,-тип юҡҡа әйтмәгәндәрҙер. Үҙәккә үткән яңғыҙлыҡты сабыр үткәргән, балаларына лайыҡлы тәрбиә, белем бирергә тырышып, әсәй ҙә, атай ҙа булған Дилбәр Кәримова тап шундайҙарҙан.

Яҙмыш һынауҙарына бирешмәйЯҙмыш һынауҙарына бирешмәй
Яҙмыш һынауҙарына бирешмәй

Дилбәр Нух ҡыҙы Өфө ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫә, белем ала. Мәктәпте тамамлағандан һуң, бер йыл Магнитогорск ҡалаһында эшләй. Атаһы мәрхүм булғас, әсәһе, туғандары эргәһенә ҡайта, ваҡытлыса совхозда һауынсы булып эшкә урынлаша. Ярты йылдан һуң Сибай педагогия училищеһының мәктәпкәсә белем биреү факультетына уҡырға инә. Уңышлы ғына уҡып, ҡулына диплом алғас, Әлибай ауылының балалар баҡсаһына эшкә урынлаша. Студент йылдарында Риф исемле ауылдаш егет  менән ғаилә ҡоралар. Ире оҫта ҡуллы була, үҙҙәренең көсө менән йорт һалып сығалар. Ғаиләлә бер-бер артлы биш бала – дурт малай һәм бер ҡыҙ донъяға килә. Тормош та ыңғайлана. Ҡыуанып йәшәп ятҡанда, бәхетле ғаилә йорто ишеген ҡайғы шаҡый: Риф Шәрифйән улы ҡапыл вафат була. Ире менән 21 йыл йәшәп ҡалған Дилбәр Нух ҡыҙы биш бала менән япа-яңғыҙ ҡала. Ҡанаты һынһа ла бирешмәҫкә тырыша, 42 йәшлек ҡатын балаларын кеше итеү өсөн баш-көллө эшкә сума. Тормош иптәше мәрхүм булғандан һуң эшен ҡалдырып, үҙен тик балаларына бағышлай. Кәртә тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт көтә, баҡса үҫтерә, нисек булһа ла балаларын аяҡҡа баҫтырырға тырыша. Шөкөр, балалары әсәләре тырышлығын бушҡа ебәрмәй, йөҙөн ҡыҙартмай.

Тулырыҡ мәҡәләне гәзитебеҙҙең 5-се һанында уҡығыҙ

Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас