Яңылыҡтар
5 Февраль 2025, 05:44

Иҫәнбаевтар өлгөлө ғаилә!

Йәштән өйләнешеп, сәстәренә сал төшкәнсе тормош юлын ҡулға-ҡул тотоношоп бергә үткән ғаиләләр һәр кемдә һоҡланыу тойғоһо уята. Подольск ауылында йәшәүсе Әхмәт менән Зөлфиә Иҫәнбаевтар ҙа матур, һәр кемгә өлгө булырҙай һәм ауылдаштары араһында ихтирам-хөрмәт яулаған күркәм пар.

Иҫәнбаевтар өлгөлө ғаилә!Иҫәнбаевтар өлгөлө ғаилә!
Иҫәнбаевтар өлгөлө ғаилә!

Әхмәт Әхмәҙей улы Суҡраҡ ауылында ишле ғаиләлә доньяға килә, хәҙер инде ул ауыл күптән бөткән. 3 йәш сағында ата-әсәһе, туғандары менән Подольск ауылына күсеп килеп төпләнәләр. Мәктәп йылдары ла ошо ауылда үтә. 8-се класты тамамлағандан һуң, Юлдыбай һөнәрселек училищеһына уҡырға бара. Тракторсы һөнәрен алғас “Таналыҡ” совхозына тракторсы булып эштә ҡайта. 2 йыл тирәһе эшләгәс йәнә лә Юлдыбайға водитель һөнәрен үҙләштерергә уҡырға бара. Водитель таныҡлығын алғас, әрме хеҙмәтенә саҡырыла. 2 йыл Польшала хәрби хеҙмәтен үтәп ҡайтҡас, совхозда тракторсы, водитель булып эшләүен дауам итә. Бер аҙҙан Баймаҡ ауыл хужалығы техникумына уҡырға инеп, техник-механик дипломын ала. Дипломлы белгесте «Таналыҡ» совхозы бүлексәһенә бригадир итеп ебәрәләр. Тап шул осорҙа ғүмерлек юлдашын осрата, Зөлфиә Харис ҡыҙы Өфө ҡалаһынан тыуған ауылына ялға ҡайтҡан була. Бар эшкә оҫта ир-уҙаман механик, тракторсы, шофер, гидротехник булып та эшләй. Совхоз бөтөрөлгәс вахта ысулы менән күперҙәр төҙөү ойошмаһында эшләй, мәктәптә ҙур класс уҡыусыларына тракторсы һөнәренең нескәлектәренә өйрәтә, һуңынан «Башҡорт баҡыры» ойошмаһында эшләп хаҡлы ялға сыға.

 Тулыраҡ "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 4-се һанында уҡығыҙ

Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас