Оҙаҡ йылдар бергә татыу тормош кисереүселәрҙе ололар элек-электән диңгеҙ аша үтеүгә тиңләгәндәрен ишеткәнем бар. Киң даръяла ел-дауылдар булмай ҡалмай, уларға ҡаршы торорлоҡ ныҡлы ир ҡанаты, ә уның янында аҡыллы, сабыр холоҡ менән эш иткән ҡатын-ҡыҙ булһа, ғаиләгә бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс янамай. Һис шикһеҙ ундай парҙар яныбыҙҙа бик күп. Шуларҙың береһе Өфө ауылынан Ғилемдар һәм Ғәлиә Смаковтар былтыр улар алтын туйҙарын билдәләне. Улар бергә үткән 50 йыллыҡ ғүмерҙәрен илле көнгә генә тиңләгәс, бигерәк бәхетле парҙар инде тигән уй килде. Ысынлап та шулай – етмеште уҙыуҙарына ҡарамаҫтан, шат күңелле, көләс йөҙлөләр, әле лә бер-береһенең күҙҙәренә генә ҡарап тора.
Ғәлиә Мәүлит ҡыҙы Сибай ҡалаһында донъяға килә. Сиҙәм ерҙәрен үҙләштереү башланғас, уларҙың ғаиләләһе тәүҙә Смак, бер аҙҙан Өфө ауылына күсеп килеп төпләнәләр. Мәктәп йылдары ла Өфө ауылында үтә. Артабан йүнәлтмә буйынса Татарстан Республикаһының Баула ҡалаһында элемтә училищеһында белем ала. Ҡулына диплом алған йәш белгес тыуған яғына ҡайтып совхозда радиоузелда хеҙмәт юлын башлай. Мәктәптә лә, социаль хеҙмәткәр ҙә булып эшләй. Ауылға «зәңгәр яғыулыҡ» үткәрә башлағас, махсус уҡый һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы Өфө ауыл мәҙәниәт йортонда ҡаҙанлыҡ операторы булып эшләй.
мәҡәләне тулыраҡ гәзитебеҙҙең 4-се һанында уҡығыҙ