Һәр ауылды унда йәшәүсе халҡы күркәм итә. Подольск ауылында ла тормош тәжрибәһен туплаған, заманында матур хеҙмәт юлын үтеп, әлеге мәлдә хаҡлы ялда булыусы сал сәсле ир-уҙамандары, ағай-апайҙары, тырышып, дәртләнеп донъя көтөүсе ир-егеттәре, баҫҡан ерендә ут сәсрәтеүсе килен-ҡыҙҙары менән матур. Тормош ҡатмарлыҡтарына бирешмәй, ғаиләһен бөтөн, бәхетле, мөхәббәтле итеп ҡороу өсөн тырышлығын һәм күңел ҡеүәтен һалғандар күп арабыҙҙа. Үҙ көстәренә таянып донъя көткән, һөйөп-яратып балалар үҫтергән татыу парҙар менән Подольск ауылы ла ғорурлана ала. Бөгөнгө геройҙарым Ғәфүр һәм Зәйтүнә Баязитовтар.
Ғәфүр Зөфәр улы Таштуғай ауылында ишле эшселәр ғаиләһендә доньяға килеп, алты бала буй еткерә.
-Тыуған ауылымда 4-се класты бөткәс, артабан уҡырға тип Подольск ауылына барҙым, тик рус телен белмәү сәбәпле, мине алманылар, шулайтып 8-се класты тамамлағансы 1-се Аҡъяр мәктәп-интернатында белем алдым, - тип хәтерләй Ғәфүр Баязитов.
Тулыраҡ мәҡәләне гәзитебеҙҙең 4-се һанында уҡығыҙ