Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Февраль , 16:12

"Ай һайын МХО ихтыяждарына һеҙҙең иҫәбегеҙҙән аҡса аласаҡтар"

Был – алдашыуҙың яңы төрө.

"Ай һайын МХО ихтыяждарына һеҙҙең иҫәбегеҙҙән аҡса аласаҡтар"
"Ай һайын МХО ихтыяждарына һеҙҙең иҫәбегеҙҙән аҡса аласаҡтар"

💰 «Ай һайын МХО ихтыяждарына һеҙҙең иҫәбегеҙҙән аҡса аласаҡтар. Иғәнәләрҙән баш тартыу өсөн һылтанма буйынса үтегеҙ». Был – алдашыуҙың яңы төрө. Мутлашыусылар «Хөкүмәт ҡушыуы буйынса банктар исеменән» кешеләргә ошондай белдереүҙәр ебәрә.

 

Кеше хеҙмәттән «баш тартыу» өсөн һылтанма буйынса күсһә, уның смартфонына зарарлы программа индерелә. Ул енәйәтселәргә кешенең бөтә шәхси мәғлүмәттәренә, шул иҫәптән уның банк ҡушымтаһына инеү мөмкинлеген аса.

 

✅ Мутлашыусыларҙан һаҡланыу өсөн:

 

- почтаға килгән хаттарҙағы һылтанмалар буйынса күсмәгеҙ;
- банктың рәсми номеры буйынса шылтыратып (телефоны ойошманың сайтында күрһәтелә), банк вәкиленән мәғлүмәтте асыҡлағыҙ;
- тикшерелмәгән ресурстарға үҙегеҙҙең банк картағыҙҙың реквизиттарын индермәгеҙ;
- ҡоролмағыҙҙа вирустарға ҡаршы программаны даими яңыртып тороғоҙ.

 

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: