Яңылыҡтар
3 Февраль 2025, 04:48

Эшкә урынлашҡан ваҡытта хеҙмәт килешеүендә нимәне тикшерергә кәрәк?

-

Эшкә урынлашҡан ваҡытта хеҙмәт килешеүендә нимәне тикшерергә кәрәк?Эшкә урынлашҡан ваҡытта хеҙмәт килешеүендә нимәне тикшерергә кәрәк?
Эшкә урынлашҡан ваҡытта хеҙмәт килешеүендә нимәне тикшерергә кәрәк?

💼 Эшкә урынлашҡанда үҙ-ара телдән килешеүгә ризалашмағыҙ. Мотлаҡ хеҙмәт килешеүе төҙөгөҙ. Документҡа ҡул ҡуйыр алдынан уны иғтибарлап өйрәнегеҙ.

 

Эшкә урынлашыр алдынан нимәләрҙе тикшерергә кәрәк?

 

🔵 Вазифа бурыстары.
Улар килешеүҙә мөмкин тиклем ентекле билдәләнергә тейеш. Һеҙҙән вазифа бурыстарына инмәгән эште башҡарыуҙы талап итә алмайҙар.

 

⚪ Хеҙмәт шарттары.
Текста эш сәғәттәре, тәнәфес, шулай уҡ, хеҙмәт шарттары хәүефле йәки зарарлы булғанда, компенсациялар һәм өҫтәмә гарантиялар тураһындағы мәғлүмәт булыуын тикшерегеҙ.

 

🔵 Социаль гарантиялар.
Килешеүҙә мотлаҡ социаль страховкалау тураһында (ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ, бәхетһеҙ осраҡтар) бүлек булырға тейеш. Бынан тыш, эш биреүсе страховкалауҙың башҡа төрҙәрен дә, мәҫәлән, ирекле медицина страховкаһын да ҡарай ала.

 

⚪ Эш урыны.
Эшләйәсәк урынығыҙҙың дөрөҫ адресы күрһәтелгәнме-юҡмы икәнен тикшерегеҙ. Ситтән тороп эшләү ҡаралһа, ул да килешеүҙә теркәлергә тейеш.

 

🔵Ғәмәлдә булыу ваҡыты.
Килешеү ваҡытлы һәм мөҙҙәтһеҙ булырға мөмкин. Ваҡытлы килешеүҙә уны төҙөү сәбәбен күрһәтәләр. Мәҫәлән, декреттағы хеҙмәткәрҙе алмаштырыу йәки миҙгелле эш башҡарыу. Килешеүҙә һынау ваҡыты ҡаралғанмы-юҡмы икәнен тикшерегеҙ.

 

⚪ Түләү.
Документта эш хаҡының суммаһы ғына түгел, ә мөмкин булған бөтә өҫтәмә түләүҙәр, премиялар, бонустар һәм уларҙы иҫәпләү шарттары ҡаралырға тейеш. Шуныһы мөһим: килешеүҙә эш хаҡы түләүҙең ваҡыты менән көнө аныҡ билдәләнергә тейеш.

 

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас