Татыр-Үҙәк ауылында Совет урамындағы йортта ут сыҡҡан. Янғын һүндереүселәр 54 квадрат метр майҙанда янғынды һүндергән. Ҡыҙғанысҡа күрә, утты һүндереү барышында 63 йәшлек ирҙең һәләк булыуы асыҡланған. Билдәле булыуынса, инвалид ир тиҙ хәрәкәт итә алмаған.
Әлеге ваҡытта янғындың сәбәптәре асыҡлана. Урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының дознавателе эшләй. Зинһар, ут менән һаҡ булығыҙ!
фото: Башҡортостан буйынса Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы