

Районда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәргә ярҙам итеү маҡсатында алып барылған эштең туҡтап торғаны ла юҡ. Иртәнге сәғәттәрҙә Иләс ауылы клубына барыуыбыҙға ла бер төркөм ирекмәндәр берҙәм генә окоп шәмдәре тултыра ине.
Тормош һәм ғаилә мәшәҡәттәрен ситкә ҡуйып, алғы һыҙыҡтағы һәр егет өсөн янып көйөп, уларға ярҙам итеү өсөн ауыл клубына эшкә йөрөгәндәй килгән ирекмәндәрҙе исемләп атау ҙа яҙыҡ булмаҫ. Минниса Рәхмәтова, Минһылыу Солтанова, Вилә Рәхмәтова, Рәхимә Шәрипова, Рита Шәрипова, Яңылбикә Фәтхуллина, Роза Ғәббәсова, Нәжиә Асҡарова, Миңлегөл Ҡоломбәтова, Зилә Шәриповалар илһөйәрлек рухы менән янған иң әүҙем волонтерҙар. Уларға ярҙамға балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре лә ҡушыла. Маскировкалау селтәрен үреү өсөн ҡулайламаны Хисаметдин Асҡаров эшләп биргән. Ә таҫмалар ҡырҡыу станогы менән Аҡъярҙан район Советы депутаты Салауат Абдуллин ярҙам иткән.
Әткәндәй, бәләкәй генә Иләс ауылынан алты егет махсус хәрби операция зонаһында. Уларҙың икәүһе һуғыш башланғандың беренсе көндәренән алғы һыҙыҡта. Ҡайһылары, яраланғандан һуң, госпиталдә дауалана, реабилитация үтә. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан хәрбиҙәр менән ауыл халҡы осрашыуҙар ҙа ойоштора икән.
--Махсус хәрби операция башланғас та, ауыл халҡы дәррәү йыйған аҡсаға эре мал һатып алып, ҡорбан салдырып, районда иң тәүге булып 120 банка тушенка эшләп, гуманитар ярҙам оҙаттыҡ. Яңыраҡ Яңы Ергән ауылынан фермер Зөфәр Ҡырымғужин ҡорбан салдырып, малдың ярты түшкәһен яңы ергәндәргә, яртыһын тураттарға бүлеп биреп, күмәкләп тағы ла 120 банка тушенка әҙерләнек. Хәҙерге ваҡытта йыл миҙгеленә ҡарап, төҫтәрен үҙгәртеп, 40-тан ашыу маскировкалау селтәре үрҙек, үлән сәйҙәре әҙерләнек, ҡорот киптерҙек. Әле иһә күмәкләп окоп шәмдәре эшләүгә тотондоҡ. Ауыл халҡы йыйған аҡсаға парафин, консерва банкалары, балауыҙ яҙҙыртып алдыҡ һәм бөгөнгө көндә 100-ләп окоп шәме ҡойҙоҡ. Әйткәндәй, яугирҙарға аҡса йыйыуға ауыл халҡы, ситтә йәшәгән ауылдаштарыбыҙ ҙа ҡушыла. Ғөмүмән, тураттар СВО-ға ярҙамдан ситтә ҡалғаны юҡ,--тип мәғлүмәт бирҙе беҙгә ауыл клубы мөдире, ирекмән Зилә Шәрипова.
Иләстәр менән әңгәмәләшкәндә, уларҙың райондан киткән һәр гуманитар ярҙамға посылкалар әҙерләүен, үләнле шифалы сәй, боҙолмай торған аҙыҡ-түлек, дарыуҙар, көндәлек кәрәк әйберҙәр туплауын белдек. Бынан тыш, улар “Тыуған тыл. Хәйбулла” волонтерҙар төркөмөнә аҙна һайын хәйриә аҡсалары тапшыралар. Ошо төркөмдә һалдаттар ебәргән заявкалар буйынса ла эшләйҙәр. Яугирҙар гуманитар ярҙам өсөн рәхмәт һүҙҙәре еткерәләр. Иләстәр әҙерләгән тушенканан ризыҡ йүнәттек, тип фотолар менән уртаҡлашып, ҡыуаныслы хәбәрҙәр алғандар. Егеттәр маскировкалау селтәрҙәре өсөн дә рәхмәтле. Улар белдереүенсә, был хәрбиҙәрҙе һәм техникаларҙы дошмандан йәшереү саралары бик күп ғүмерҙе ҡотҡара.
--Яңы йыл алдынан бөтә Хәйбулла халҡы ҙурҙан ҡубып, яугирҙарға Яңы йыл күстәнәсе әҙерләүгә ихлас ҡушылды. Иләстәр ҙә ситтә ҡалманы был изге эштән. Ҡамыр баҫып, һалма йәйҙек. Сөсө икмәк һәм бауырһаҡтар егеттәргә танһыҡ тип уныһын да бешерҙек. Ауылдаштар араһында Яңы йыл күстәнәсе итеп бал, ҡорот, ҡаҙы, өйрәк һәм ҡаҙ ебәреүселәр булды. Дарыуҙар йыйҙыҡ. Кемдер йылы кейемдәр, ойоҡбаштар алып килде. Ут эсендә йөрөгән егеттәргә ауылыбыҙ ҡулдан килгән тиклем ярҙам ҡулы һуҙҙы, кәрәкле әйберҙәр һәм тәмлекәстәр алыуға аҡса ла күсерҙеләр,--тине ауыл старостаһы Минниса Рәхмәтова.
--Иләс ауылы ҡатын-ҡыҙҙары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн бетеүҙәр текте. Был эште донъялар тыныс булыуын, егеттәребеҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын, теләктәребеҙҙең һәм бетеүҙәрҙең ауыр ваҡыттарында ярҙам итеүен теләй-теләй эшләнек. Ауылыбыҙ имамы Илфак Шәрипов биргән көслө изге доғалар яугирҙарҙы һаҡлап йөрөтһөн инде. Еңеүгә күмәкләшеп үҙ өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ. Әле беҙҙең ир-егеттәргә күрһәткән ярҙам - ул һәр кемдең намыҫ эше. Бындай ярҙам уларға көс өҫтәр, ауырлыҡтарҙы лайыҡлы еңеп сығырға булышлыҡ итер. Берҙәм булайыҡ!,--тине ауыл китапханасыһы Нажия Асҡарова.
“Эйе, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам кәрәк. 2025 йылдың Башҡортостанда Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылы тип иғлан ителеүе лә күпте һөйләй. Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, ҡулдан килгәндең барыһын да эшләрбеҙ. Маскировка селтәрҙәре лә үрелер, кәрәк икән, йылы ойоҡбаштар ҙа бәйләнер, башҡалары ла әҙерләнер. Иң мөһиме: алғы һыҙыҡта булған егеттәребеҙ иҫән-имен әйләнеп ҡайтһын. Беҙ уларҙы түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ”, - тине бер тауыштан Иләс ауылының мәрхәмәтле ҡатын-ҡыҙҙары.
Автор: Марьям Имангулова