Яңылыҡтар
29 Ғинуар 2025, 09:58

Һыбай йөрөй белгән малайҙарҙы саҡыралар!

Быйыл төшөрөләсәк киноға өс үҫмер һайлап алынасаҡ. Кастинг Сибай һәм Өфө ҡалаларында үтә.

Һыбай йөрөй белгән малайҙарҙы саҡыралар!Һыбай йөрөй белгән малайҙарҙы саҡыралар!
Һыбай йөрөй белгән малайҙарҙы саҡыралар!

Режиссер Рөстәм Шәйхетдинов "Атайсал" тигән нәфис фильм төшөрә. Шунда ҡатнашыр өсөн һыбай йөрөй белгән 12-18 йәшлек үҫмер малайҙарҙы саҡыралар. Кастинг 9 февралдә Сибай һәм 16 февралдә Өфө ҡалаларында үтә. 

Төп ролдәрҙе башҡарыусы өс егет һайлап алынасаҡ. Сәхнә оҫталығына һәләте булған, башҡортса һөйләшкән, һыбай йөрөй белгән үҫмерҙәр, рәхим итегеҙ!

Аҫтағы фотолағы куар-код буйынса Телеграмға исем-фамилияны, йәшегеҙҙе күрһәтеп, ике фото өҫтәп заявка ебәрегеҙ һәм ижади эште үтәгеҙ.

Фото: Фидан Мәзитов.

6+

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова

https://bashgazet.ru/news/-bi-t-m-m-ni-t/2025-01-29/ybay-y-r-y-belg-n-malay-ar-y-sa-yralar-4101004?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=10496550 

Һыбай йөрөй белгән малайҙарҙы саҡыралар!
Һыбай йөрөй белгән малайҙарҙы саҡыралар!
Автор:
Читайте нас