Һәр ғаиләләге кеүек, ярты быуат эсендә шатлыҡтар ҙа, ҡайғылы кисерештәр ҙә була, әммә алтын юбилярҙарҙың хәтерендә иң яҡты һәм ҡыуаныслы хәтирәләр генә ҡалған, ә йөрәктәрендә бергә йәшәгән йылдары өсөн бер-береһенә рәхмәт тойғоһо йәшәй.
Зариф Ғариф улы – Ҙур Арыҫланғол, ә Кинйәбикә Әхмәтдин ҡыҙы Аҡташ ауылында донъяға килгән. Зариф Аралбаев улы хәрби комиссариат йүнәлтмәһе буйынса уҡып, водитель таныҡлығын ала, һуңынан әрме хеҙмәтенә саҡырыла. Ватан алдында бурысын үтәп ҡайтҡандан һуң, водитель булып эшкә урынлаша. Тирмәнгә йөк ташыған саҡта Аҡташ ауылында буласаҡ тормош иптәше Кинйәбикә исемле ҡыҙ менән танышып, йәштәр ғаилә ҡоралар. Аралбаевтар ҡулға-ҡул тотоношоп, бөтә күңелдәрен, көстәрен районыбыҙ үҫешенә һалған. Зариф Аралбаев ғүмерен ауыл хужалығына бағышлай. Фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн Башҡортостан ауыл хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре исеменә лайыҡ була.
Тулыраҡ гәзитебеҙҙең 3-сө һанында уҡығыҙ.