1755 йылдың 25 ғинуарында – Изге Татьяна көнөндә батшабикә Елизавета Петровна тарафынан илебеҙҙең беренсе ҙур уҡыу йорто – Мәскәү университетына нигеҙ һалына. Ошо көндән башлап, студенттар уны үҙенең байрамы тип һанай, был көндө кисәләр, тантаналы саралар, күңел асыуҙар ойошторалар. Ә 2005 йылда байрам дәүләт кимәлендә рәсмиләштерелеп, Президент Владимир Путин 25 ғинуарҙы Рәсәй студенттары көнө итеп билдәләү тураһында Указға ҡул ҡуя. Байрамды хәҙер илдең бөтә студенттары көтөп ала.
Аҡъяр ауылынан Регина Ғәйфуллина 1-се мәктәптә белем ала. Мәктәп йылдарында спортты ярата, айырыуса баскетбол менән мауыға, төрлө ярыштарҙа ҡатнаша. 11-се класты тамамлағандан һуң, Өфө фән һәм технологиялар университетының сит телдәрҙе өйрәнеү (инглиз һәм ҡытай телдәре) факультетына уҡырға инә. Ике ай тирәһе уҡығандан һуң, документтарын алып тыуған районына ҡайта. Исмәғил Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжының файҙалы ҡаҙылмаларҙы байытыу факультетына документтарын тапшыра һәм ошонда белем ала башлай.
–Студент тормошо – ғүмерҙең иң сағыу, мауыҡтырғыс һәм бер ҡасан да ҡабатланмаҫ мәле, шуға күрә һәр көнөмдө файҙалы итеп үткәрергә, яңы маҡсаттарға ынтылырға тырышам. Уҡырға ингәндән һуң колледж тормошонда әүҙемлек артыҡ күрһәтмәнем. Әммә 3-сө курста уҡытыусым минең уҡыу йүнәлешем буйынса Профессионалдар чемпионатында ҡатнашырға тәҡдим иткәс, ризалаштым. Республика этабында 1-се урын яулап, Бөтә Рәсәй этабына үттем. Ҡатнашыусылар бик көслө булып сыҡты. Урын ала алмаһам да, үҙем өсөн күп яңылыҡтар астым, тәжрибә тупланым, яңы дуҫтар таптым. Бынан тыш, колледжда үткәрелгән олимпиадаларҙа уңышлы сығыш яһаным. Һөҙөмтәлә Башҡортостан Башлығының махсус стипендияһына лайыҡ булдым. Тик «5»ле билдәләренә уҡығас, тулы стипендия ла алам. Әлбиттә, студентҡа тәғәйен стипендия күләме әллә ни ҙур түгел, әммә педагогтарҙың лайыҡлы баһалауҙары артабан тырышып уҡырға, уҡыу йорто тормошонда әүҙем ҡатнашырға әйҙәй, – тине Регина Рауил ҡыҙы.
«Ҡыҙыл диплом» алыуҙы маҡсат итеп ҡуйған Регинаның киләсәккә пландары ла ҙур. Ул үҙенең яратҡан шөғөлөн – телдәрҙе өйрәнеүен дауам итеп, шул йүнәлештә уҡыуын дауам итергә теләүе тураһында һөйләне.