Яңылыҡтар
24 Ғинуар 2025, 10:29

Көмөшкәсе миллионерҙы хөкөм иткәндәр

Эшлекле пенсионер ҡатын үҙ ғәйебен тулыһынса таныған!

Күмертауҙа йәшәүсе 54 йәшлек пенсионер ҡатын йәшерен спиртлы эсемлек һатып аҡса эшләгән, ләкин уның эҙенә тиҙ төшкәндәр. Суд уға ике йыл шартлы рәүештә  иркенән мәхрүм итергә һәм 50 мең штраф түләргә тигән ҡарар сығарған, тип хәбәр итә республика судтарының берләшкән матбуғат хеҙмәте.

Ҡатын көмөшкә бизнесын 2023 йылдың декабрендә башлай. Ул законһыҙ алкоголде күмәртәләп һатып ала һәм һыу ҡушып матур этикеткалы шешәләргә ҡоя. Складты йорт эргәһендәге гаражда урынлаштыра. Өс ай эсендә йәшерен эшҡыуар 3 миллион һумлыҡ сауҙа итә. Ҡулға алынғас, эшлекле пенсионер, бөтәһен дә таный.

 

Автор:
Читайте нас