Студент йылдарын бер кем дә йылмаймайынса хәтерләмәйҙер. Был осор кеше тормошоноң, бер яҡтан, ҡыҙыҡлы, икенсе яҡтан, яуаплы һәм хәл иткес мәле. Ҡыҙыҡлы, сөнки бөтөнләй яңы мөхит, яңы асыштар һәм танышыуҙар менән тулы осор. Яуаплы һәм хәл иткес, сөнки, ата-әсә ҡарамағынан сығып, күпмелер дәрәжәлә үҙаллы тормош башлайһың, киләсәктә ғүмереңде бағышлаясаҡ һөнәр алаһың, белем туплайһың. Нисек кенә булмаһын, студент саҡтар бөтә замандарҙа ла хәтирәләргә бай, ғүмерҙең эскерһеҙ, хыял-өмөттәргә тулы, дәртле йылдарының береһе булып ҡала. Ниндәй генә осорҙо алһаҡ та, совет дәүереме, хәҙерге заман булһынмы – йәш кешенең тормошонда студент саҡ иң матур йылдар булып иҫтә ҡала. Иң мөһиме – йәшлегенең ҡәҙерен белеп, тормошта үҙ тәғәйенләнешен табып, илебеҙгә терәк, кешеләргә кәрәк булып йәшәргә ынтылыу.
Студентыбыҙ – Илнар Бикбов. Ул Аҡташ ауылында донъяға килгән. 2012 йылда ғаиләләре менән Өфө ҡалаһына күсәләр. Ҡаланың 21-се лицейында белем ала, төрлө спорт төрҙәре менән мауыға. Тхэквандо буйынса ҡыҙыл билбауға лайыҡ була. Һуңынан тренеры эштән китеү сәбәпле, был спорт төрөнән шахматҡа күсә, тик оҙаҡҡа түгел – аҙаҡ үҙен бокста ла һынап ҡарарға була. 9-сы класта уҡыған сағында ғаиләләре менән Бүребайҙан өй алып, кире районға ҡайталар. 9-сы класты тамамлағас, Исмәғил Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжының электр һәм электромеханик ҡорамалдарҙы файҙаланыу бүлегенә уҡырға инә. Әле Илнар 3-сө курс студенты. Тырыш, үҙ маҡсатына ирешеүсән студентты педагогтар тик яҡшы яҡтан ғына баһалай. Студент өсөн хас булған бер сифат ул шуҡ булыу. Сос, етеҙ, шәп егет барыһына ла өлгөрә, бөтә нәмәне лә белергә, өйрәнергә ынтыла. Башҡалар ишетмәгән, белмәгән яңылыҡты барыһына ла еткерә, һорауҙарға тапҡыр яуап бирә. Илнар уҡытыусылар менән дә еңел аралаша, студенттар араһында ла үҙ урынын тиҙ таба.
Мәҡәләбеҙ геройҙары Илнар менән Регинаны Рәсәй студенттары көнө менән тәбрикләп, уҡыуҙарында уңыштар, яңынан-яңы ҡаҙаныштар, бәхетле тормош теләйбеҙ. Алдығыҙға ҡуйған маҡсаттарығыҙға юлды ҡыйыу ярығыҙ!
Байрам уңайынан бөтә студенттарға ла уҡыуҙарында уңыштар һәм имтихандарын яҡшы тапшырыуҙарын, сессия ваҡытында зирәклек һәм отҡорлоҡ, дуҫтарының ышаныслы, тоғро һәм ярҙамсыл булыуын теләйбеҙ!
Йәштәргә уҡыу бик тиҙ тамамлана тип хәтерегеҙгә төшөргө килә. Йәшлек дәрте һәр саҡ йөрәктәрегеҙҙә янһын!