Яҡшы вакансияға тап булдығыҙ, ти, ҙур компания, хатта Үҙәк банк хеҙмәткәрҙәр эҙләй. Мөрәжәт итеүегеҙ була – шунда уҡ һеҙгә анкета ебәрәләр.
Ышанмағыҙ – был мутлашыусыларҙың тоҙағы. Уларға анкета һеҙҙең турала мәғлүмәт алыу өсөн кәрәк. Артабан һеҙҙе һәр саҡ дистанцион ойошторолған әңгәмәгә «саҡырасаҡтар». Ул ысынбарлыҡҡа оҡшаш: мутлашыусылар һеҙҙең һөнәри тәжрибәгеҙ һәм һәләтегеҙ тураһында һораша, «үҙҙәренең компанияһы» тураһында һөйләй. Барыһы ла һеҙҙе ышандырыу өсөн эшләнә.
Әңгәмә аҙағында улар һеҙҙе эшкә алырға әҙер булыуҙарын белдерә. Һәм аҡса күсереүегеҙҙе һорай, йәнәһе, уҡыу, махсус кейем, медицина тикшереүе өсөн түләргә йәки эш хаҡы алырға теләгән банк картаһының актуаллеген раҫларға кәрәк. Аҡса күсереүегеҙ була, мутлашыусылар юҡҡа сыға.
Мутлашыусыларҙы нисек танырға:
- һеҙҙән банк мәғлүмәттәрегеҙҙе йәки финанс документтарығыҙҙы һорайҙар;
- нимәлер өсөн түләргә ҡушалар;
- офлайн әңгәмә үткәрергә теләмәйҙәр.
Эшкә урынлашҡанда аҡса һораһалар, ризалашмағыҙ. Рәсми сайттарында күрһәтелгән телефон буйынса компанияға шылтыратып, кадрҙар бүлеге номерын
асыҡлағыҙ. Шулай итеп, һеҙ бындай вакансияның бармы-юҡмы икәнлеген тикшерә алаһығыҙ.
Шулай уҡ мөрәжәғәт ебәрелгән адресҡа иғтибар итергә кәрәк. Кадрҙар бүлеге хеҙмәткәрҙәре, ғәҙәттә, корпоратив электрон почта файҙалана, унда @ символынан һуң компания исеме күрһәтелә.