Яңылыҡтар
21 Ғинуар 2025, 05:09

Башҡорт артистары төшкән Рәсәй фильмы экранға сыға

2023 йылдың ноябрь айында бер төркөм яҡташтарыбыҙ Тверь өлкәһенә барып киноға төшкәйне. Ниһайәт, тиҙҙән, 30 ғинуарҙа ул кинотеатрҙарҙа күрһәтелә башлай.    

Башҡорт артистары төшкән Рәсәй фильмы экранға сығаБашҡорт артистары төшкән Рәсәй фильмы экранға сыға
Башҡорт артистары төшкән Рәсәй фильмы экранға сыға

Был фильм нимә тураһында һуң? 

...1238 йыл. Батый хандың татар-монгол ғәскәре рустарҙың Козельск ҡалаһын алмаҡсы була. Әммә дошман ике ай эсендә ныҡ ҡаршылыҡҡа осрап, меңдәрсә һуғышсыһын юғалта. 

Режиссер Константин Буслов Тверь өлкәһендә ошо хаҡта "Уҫал ҡала" ("Злой город") тигән фильм төшөрҙө. Унда беҙҙең Башҡортостан артистары ла ҡатнашты: каскадер Роберт Йылҡыбаев, бейеүсе Урал Мортазин һәм башҡалар.

Тиҙҙән премьерала осрашайыҡ, таныш йөҙҙәрҙе күреп ҡыуанайыҡ, дуҫтар!  

Фото: У. Мортазин, Р. Йылҡыбаев. 

 
Башҡорт артистары төшкән Рәсәй фильмы экранға сыға
Башҡорт артистары төшкән Рәсәй фильмы экранға сыға
Башҡорт артистары төшкән Рәсәй фильмы экранға сыға
Башҡорт артистары төшкән Рәсәй фильмы экранға сыға
Автор:
Читайте нас