Силәбелә бухгалтерҙың хатаһы арҡаһында заводта эшләүселәргә эш хаҡын 100 тапҡырға күберәк ебәргәндәр. Атап әйткәндә, улар 50-80 мең урынына 5-8 миллион һум аҡса алған.
Был турала “КП-Силәбе” порталы хәбәр итә. Тик портал ошо хәлдең тап ниндәй предприятиела булыуын яҙмай.
Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер хеҙмәткәрҙәр аҡсаны күпләп тотоноп та өлгөргән. “Хата бухгалтерияла булғас, аҡсаны уларҙан таптырһындар”, – ти улар.
Адвокаттар билдәләүенсә, бындай осраҡта заводҡа судҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Тик суд йыш ҡына хеҙмәткәрҙәр яғына баҫа икән. Шулай уҡ тикшереүҙәрҙең бик оҙаҡҡа һуҙылыуы ихтимал. Әгәр ҙә суд эшселәргә аҡсаны кире ҡайтарыуҙы талап итһә, улар үҙҙәрен банкрот тип иғлан итә ала.
Дуҫтар, әгәр һеҙҙең картағыҙға ла ошондай ҙур күләмдә эш хаҡы килеп төшһә, ни эшләр инегеҙ?