Яңылыҡтар
20 Ғинуар 2025, 15:08

МХО яугирҙары генерал Шайморатов ордены менән бүләкләнде

  

МХО яугирҙары генерал Шайморатов ордены менән бүләкләндеМХО яугирҙары генерал Шайморатов ордены менән бүләкләнде
МХО яугирҙары генерал Шайморатов ордены менән бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә Үҙәк хәрби округының 28-се зенит-ракета бригадаһы яугире Василий Алалыкин һәм 219-сы мотоуҡсылар полкы яугире Радик Кәримов генерал Шайморатов ордены менән бүләкләнде.

- Хәрби бурысын үтәгән егеттәр – беҙҙең өсөн иң мөһим кешеләр, бар республика һеҙгә ярҙам итә. Яуҙаштарығыҙға хеҙмәтегеҙ өсөн тәрән ихтирам һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткерегеҙ, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, награданы тапшырғанда.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда 2025 йыл рәсми рәүештә МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам йылы тип иғлан ителде. «Башинформ» хәбәр иткәнсә, ҡарарҙы ҡабул иткәндә МХО-ла ҡатнашыусыларҙың һәм генерал Шайморатов ордены кавалерҙарының мөрәжәғәттәре иҫәпкә алынды. 

 
 
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас