Яңылыҡтар
20 Января 2025, 09:54

«Фотола һин түгелме?»

Өфө табибы мутлашыусылар тоҙағына эләккән һәм аҡсаһыҙ ҡалған

«Фотола һин түгелме?»«Фотола һин түгелме?»
«Фотола һин түгелме?»

Өфөнән 62 йәшлек табип мутлашыусылар тоҙағына эләккән һәм аҡсаһыҙ ҡалған. Уға телеграмда билдәһеҙ контакттан «Фотола һин түгелме?» тигән хәбәр һәм фотоны асып ҡарау өсөн һылтанма ебәргәндәр.

Ҡыҙыҡһыныуын еңә алмайынса табип һылтанмаға баҫҡан. Унан һүрәтте ҡарау өсөн ҡушымтаны күсереп алыуҙарын һорағандар. Һөҙөмтәлә мутлашыусылар уның банк иҫәбенә инеү мөмкинлегенә эйә булған һәм тиҙ түләүҙәр системаһы аша бөтә аҡсаны билдәһеҙ иҫәпкә күсергән.

Бынан алдараҡ мутлашыусылар Башҡортостан журналистарының аҡсаһын урламаҡсы булған. 

https://www.bashinform.ru/news/law/2025-01-17/ne-ty-na-foto-vrach-iz-ufy-popalsya-na-ulovku-moshennikov-i-lishilsya-deneg-4087459

Автор:Дарья Субботина
Фото:Ксения Калинина
Автор:
Читайте нас