Яңылыҡтар
17 Января 2025, 04:28

Намаҙ ҡылыусының алдынан үтһәң...

Башҡалар был хатаны ҡылмаһын өсөн иманлы кеше үҙе лә хәстәрлек күрергә бурыслы. Намаҙ уҡырға йыйынғанда, ул ултырған урынды ситләп үтһендәр өсөн, алдына берәй әйбер һалып ҡуйырға мөмкин.

Намаҙ ҡылыусының алдынан үтһәң...Намаҙ ҡылыусының алдынан үтһәң...
Намаҙ ҡылыусының алдынан үтһәң...

Бәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) әйткән: “Намаҙ уҡып ултырыусы алдынан үтеп киткән кеше үҙенең ниндәй ҙур гонаһ ҡылғанын белһә, доға уҡыуҙың тамамланыуын 40 көн көтөргә лә әҙер булыр ине”.

Был гонаһ тураһында бөтә хәҙистәрҙә лә әйтелә. Башҡалар был хатаны ҡылмаһын өсөн иманлы кеше үҙе лә хәстәрлек күрергә бурыслы. Намаҙ уҡырға йыйынғанда, ул ултырған урынды ситләп үтһендәр өсөн, алдына берәй әйбер һалып ҡуйырға мөмкин.

Кеше намаҙ ҡылыусы алдынан үткәнен һиҙмәй йә был ҡылыҡтың гонаһ икәнен белмәй икән, эргәһендә булған мосолмандар уны иҫкәртергә тейеш. Уның юлын ҡыйып, “Собханаллаһ” тип әйтергә кәрәк.

Был талап намаҙ ҡайҙа уҡылыуға ҡарамаҫтан – асыҡ һауаламы, мәсеттә, башҡа урындамы – үтәлергә тейеш.Намаҙ ҡылыусы ҡарашын сәждә урынына төбәргә һәм ян-яҡҡа ҡарамаҫҡа тейеш. Сит тауыштар иһә иманлының тыныслығын боҙа һәм Аллаһ менән аралашырға ҡамасаулай. Шуға гонаһ намаҙ ҡылыусыны борсоған кешегә яҙыла.

Шуға күрә намаҙ уҡып ултырған кеше булһа, иғтибарлы булығыҙ!

Сығанаҡ һәм фото: Рухиәт, доғалар

Автор:
Читайте нас