Яңылыҡтар
17 Ғинуар 2025, 10:39

Еңеү таңы тиҙерәк атһын!

Бөгөн Йәнтеш мәҙәниәт йортонда Рәсәйҙә Ватанды һаҡлаусылар  һәм Башҡортостанда Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылын асыу сараһы үтте.

Еңеү таңы тиҙерәк атһын!Еңеү таңы тиҙерәк атһын!
Еңеү таңы тиҙерәк атһын!

Йәнтеш мәҙәниәт йортонда Рәсәйҙә Ватанды һаҡлаусылар  һәм Башҡортостанда Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылын асыу сараһы үтте. Унда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарҙың ата-әсәләре һәм яҡындары саҡырылды. Диндарҙар Марат Таһиров һәм Юныс Иштанов яугирҙарҙың имен-һау йөрөүҙәрен теләп, доғалар ҡылды һәм хәйер-саҙаҡа таратылды. Ауыл ағинәйҙәре донъяға именлек теләп, мөнәжәт әйтте. Гөлназ һәм Салауат Исҡужиндар ҡорбан салып, аят ашы үткәрелде.

-Махсус хәрби операция башланғандан алып, бөтә ауылыбыҙ менән бергә яуҙа йөрөгән ир-егеттәргә ярҙам итер тырышабыҙ. Маскировкалау селтәрҙәре үрәбеҙ, окоп шәмдәре эшләйбеҙ, дронға ҡаршы одеалдар тегәбеҙ, гуманитар ярҙам да әҙерләйбеҙ, аҡсала йыябыҙ. Бынан тыш, миндек эшләп, сәйгә төрлө үләндәр ҙә йыйып, көрәктәр ҙә һаплап ебәрәбеҙ. Ауылыбыҙ халҡы берҙәм, эшсән. Үҙем ир-егеттәребеҙ күп. Әле улар районда беренсе булып дронға ҡаршы ҡорма эшләй башланы. Береһе лә юҡ тимәй, ярҙам итергә ынтылып тора. Яуҙа йөрөгән егеттәрҙең хәлдәрен белешеп торабыҙ, һуғыштар тиҙерәк тамамланып, һәммәһе лә иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләйбеҙ,  - тине Йәнтеш мәҙәниәт йорто етәксеһе Лена Ултраҡова.

-Яуҙа йөрөгән ир-егеттәргә 50-нән ашыу маскировкалау селтәрҙәре үрҙек, 378 окоп шәмдәре эшләп ебәрҙек. Балалар менән хаттар яҙабыҙ, даими гуманитар ярҙам йыябыҙ. Ауылыбыҙҙа берәү ҙә ситтә ҡалмай, һәммәһе лә ярҙамлаша. Әлеге көндә ауылыбыҙҙан алты яугир махсус хәрби операцияла ҡатнаша, уларҙың имен-һау йөрөүҙәрен һәм еңеү менән ҡайтыуҙарын, донъялар тиҙерәк тынысланыуын теләйбеҙ,- тине Гөлйөҙөм Байдәүләтова.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас