Ивановка һәм Татыр-Үҙәк ауыл советтары халҡы менән осрашыуҙар барышында район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов һәм ауыл биләмәләре башлыҡтары 2024 йылда башҡарылған эштәр буйынса отчет бирҙе һәм ағымдағы йылға пландары менән уртаҡлашты.
Ивановка ауыл советы халҡын һыу менән тәьмин итеү проблемалары, юл япмаһының ҡәнәғәтләнерлек булмаған торошо, быға ҙур йөк машиналарының йоғонтоһо, күперҙәрҙең торошо, мал ҡәберлеге булмауы кеүек мәсьәләләр борсой. Шулай уҡ кешеләр иҫке бинаны һүтеүҙә ярҙам итеүҙе, һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләрен хәл итеүҙе, Пугачево ауылында клуб ҡыйығын ремонтлауҙы, сүп-сар сығарыу өсөн түләү буйынса ҡайһы бер аспекттарға консультация биреүҙе һорай.
Татыр-Үҙәктә осрашыуҙа ҡатнашыусылар урамдарҙы ремонтлау һәм асфальтлау, тротуарҙы һәм спорт майҙансығын төҙөкләндереү, йорт хайуандарын аҫрау ҡағиҙәләре, мәктәп биләмәһен төҙөкләндереү, ауыл эсендәге күперҙең торошо, урамдарҙың береһендә дренаж системаһын төҙөкләндереү һәм күп фтаирлы йорттарҙын ҡыйығын яңыртыу мәсьәләләренә ҡағылды.
Бөтә мәсьәләләр контролгә алынды, хәл итеү юлдарын эҙләйәсәкбеҙ һәм киләһе осрашыуҙарҙағы һөҙөмтәләр тураһында мотлаҡ хәбәр итәсәкбеҙ.