Башҡортостанда 2025 йылда тәүге «батша» игеҙәктәре донъяға килгән. Ҡыҙ менән малай бергә тыуған осраҡты батша игеҙәктәре тип йөрөтәләр.
Мәләүездә Айһылыу һәм Эдгар Йомаевтарҙың улы менән ҡыҙы бар. Ата-әсә сабыйҙарына Аслан һәм Ләйлә тип исем ҡушҡан. Балаларҙы 14 ғинуарҙа ЗАГС бүлегендә теркәнеләр, тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһының дәүләт комитеты рәйесе Владимир Спеле үҙенең телеграм-каналында.
Йомаевтар Рамазан исемле 2,5 йәшлек ул тәрбиәләй. Ғаилә башлығы вахта буйынса Байкал тау компанияһында эшләй, әсә – хужабикә.
Әйткәндәй, 2025 йылдың тәүге аҙнаһында Башҡортостанда 793 сабый донъяға ауаз һалған.
2025 йылдың 1 ғинуарынан илдә “Демография” милли проектының киңәйтелгән дауамы булған яңы “Ғаилә” проекты тормошҡа ашырыла башлаясаҡ. Ул илдә тыуымды арттырыуға һәм ярлылыҡты кәметеүгә йүнәлтелгән. Был хаҡта 2024 йылдың 29 февралендә Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә ил Президенты Владимир Путин иғлан итте.