Яңылыҡтар
15 Ғинуар 2025, 12:19

Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына бер тапҡыр бирелә торған түләү

Владимир Путин ветерандарға бер тапҡыр 80 мең һум түләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы

Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына бер тапҡыр бирелә торған түләүБөйөк Ватан һуғышы ветерандарына бер тапҡыр бирелә торған түләү
Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына бер тапҡыр бирелә торған түләү

Президент Владимир Путин Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына бер тапҡыр 80 мең һум түләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Был хаҡта дәүләт башлығы 15 ғинуарҙа «Еңеү»  ойоштороу комитеты ултырышында хәбәр итте. Ветерандарҙан тыш, түләүҙәрҙе тыл хеҙмәтсәндәре һәм блокадалы Ленинград халҡы, концлагерҙарҙың бәлиғ булған тотҡондары Һәм Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ҺАУАНАН ҺАҠЛАНЫУ объекттарында, диңгеҙ һәм авиация базаларында эшләгәндәр, оборона ҡоролмалары төҙөгәндәр ҙә аласаҡ, тип билдәләнә. Улар өсөн түләүҙәр күләме 55 мең һум тәшкил итәсәк. Президент Шулай уҡ Рәсәй оборона министрлығының Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға төбәктең, ҡаланың йәки муниципалитеттың почетлы гражданы исемен биреү тураһындағы башланғысын хупланы.

Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас