Яңылыҡтар
14 Ғинуар 2025, 11:33

Рәсәйҙә яңы байрам барлыҡҡа килеүе ихтимал

-

Рәсәйҙә яңы байрам барлыҡҡа килеүе ихтималРәсәйҙә яңы байрам барлыҡҡа килеүе ихтимал
Рәсәйҙә яңы байрам барлыҡҡа килеүе ихтимал

Рәсәйҙә яңы байрам — Остаз көнө барлыҡҡа килеүе ихтимал. Рәсәй президентының «Остаз көнө тураһында» тейешле указ проекты Федераль норматив акттар проекттары порталында баҫылған.

Проектты Рәсәй Мәғариф министрлығы әҙерләгән. Остаз көнөн 2 мартта билдәләргә тәҡдим ителә.

«Остаз көнө 2018 йылдың 2 мартында Рәсәй Федерацияһы президентының «Остазлыҡ өсөн» отличие билдәһен булдырыу тураһында» указына ҡул ҡуйылған көнгә, шулай уҡ Рәсәйҙә фәнни педагогикаға нигеҙ һалған Ушинский Константин Дмитриевич тыуған көнөнә (1823 йылдың 2 марты) тәғәйенләнде», — тиелә документҡа аңлатма яҙмаһында.

Хәбәр иткәнебеҙсә, Башҡортостан Башлығы яңы байрам – Ҡурай көнөн булдырҙы.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-01-14/v-rossii-mozhet-poyavitsya-novyy-prazdnik-4083168

Автор:Әлфиә Әһлиуллина
Фото:Олег Яровиков
Автор:
Читайте нас