11 ғинуарҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһы янында өс машина ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлә. Унда 32 йәшлек урындағы эшҡыуар Тимур Мөхәмәтйәнов һәләк була. Шаһиттар әйтеүенсә, уның “Мерседес-Бенц” автомобиленә тәүҙә бер сит ил маркалы машина килеп бәрелә, бынан һуң ул ҡаршы һыҙатҡа барып сығып “Ниссан Х-трейл”ға төкөлә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәш эшҡыуарҙы ҡиммәтле машинаһы ла ҡотҡара алмай, ул урында йән бирә. Ә машиналарҙың береһендә иҫерек полиция хеҙмәткәре ултырған тиҙәр. Уға 23 йәш булыуы билдәле. Егет наркотиктар әйләнешенә контроллек итеү идаралығында эшләгән. Әлеге ваҡытта уға ҡарата тикшереү башланған һәм уның һөҙөмтәһендә уны эштән бушатыуҙары ихтимал. Икенсе машина водителе шулай уҡ йәрәхәттәр алған һәм әле дауаханала. Был хәл буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, ғәйепле кеше асыҡлана.
Һәләк булған ир был көндө Стәрлетамаҡтан Өфөгә, кәләшенең тыуған көнөнә китеп барған. Дуҫтары әйтеүенсә, ул тиҙ йөрөмәгән, тиҙлеге сәғәтенә 50-60 километрҙан артмаған. Эшҡыуар белем биреү тармағанда эшмәкәрлек алып барған, шул иҫәптән вахта буйынса эшкә киткәндәрҙе уҡытҡан. Ул хәйриә менән дә шөғөлләнгән, балалар йортона аҡса күсергән, шулай уҡ хәрбиҙәргә һәм төрлө фондтарға ярҙам иткән.
Уның әсәһе һәм бәлиғ булмаған һеңлеһе һәм шулай уҡ һөйгән ҡыҙы ҡалған. Улар был юғалтыуҙы бик ауыр кисерә.
Фото: социаль селтәрҙәр.