18 йәшлек Өфө егете Егор К. 12 йыл ғүмерен бейеүгә арнай. Ул билдәле балалар ансамбле «Веселинка»ла бейей. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өс йыл элек ул яман шеш сиренә тарый. Былтыр йәй, ниһайәт, сирҙе еңгән кеүек була. Әммә тәҡдирҙән ҡасып булмай икән...
UfaNovosti яҙыуынса, 7 ғинуарҙа Егор дуҫтары менән Охлебинин ауылы янындағы ял итеү комплексына бара. Иртәгәһенә иртән компания ҡайтырға сыға. Был көндө буран башлана, юлдарҙа боҙлауыҡ һәм ҡар һырынтылары барлыҡҡа килә.
Юлда йәштәрҙең автомобиле һәләкәткә осрай: тайып китеп, ситкә сығып оса. Һәм машина егет ултырған яғы менән ағасҡа бәрелә. Ағас һынып, автомобиль өҫтөнә ҡолай. Егор шунда уҡ һәләк була. Ҡалған ике дуҫы иҫән ҡала, уларҙың тәне генә һыҙырыла.
Егетте ерләргә 200-ләп кеше килә. Барыһы ла уның киң күңелле булыуын билдәләй.
Егорҙың туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Тыныс йоҡла, бейеүсе егет.
Фото: Егор К.-ның шәхси архивынан.