Яңылыҡтар
13 Ғинуар 2025, 05:10

Башҡортостанда йәш егет "ватрушка" ла йөрөгәндә һәләк булған

Әлшәй районында «ватрушкаларҙа» шыуғанда фажиғә булған.

Башҡортостанда йәш егет "ватрушка" ла йөрөгәндә һәләк булғанБашҡортостанда йәш егет "ватрушка" ла йөрөгәндә һәләк булған
Башҡортостанда йәш егет "ватрушка" ла йөрөгәндә һәләк булған

20 йәшлек егет һәләк була. Билдәле булыуынса, йәштәр тюбингты машинаға бәйләп күңел аса. Бер мәл «плюшка» алып барған машина водителе ҡапыл туҡтап ҡала, пассажир автомобиль аҫтында ҡала һәм һәләк була, тип хәбәр итте хакимиәт башлығы социаль селтәрҙә. "Йәнә бер тапҡыр автомобилдәргә бәйләнгән «ватрушкаларҙа» һәм саналарҙа шыуыу хәүефенә иғтибар итәм. Был ғүмер һәм һаулыҡ өсөн етди хәүеф кенә түгел, ә штраф алыу ихтималлығы ла. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, кеше үлеменә килтергән ғәмәлдәр водитель өсөн енәйәт яуаплылығына килтереүе ихтимал», – тип иҫкә төшөрҙө муниципалитет етәксеһе.

Автор:
Читайте нас