Яңылыҡтар
10 Ғинуар 2025, 16:32

Яугир ғаиләһендә игеҙәктәр тыуған

  

Яугир ғаиләһендә игеҙәктәр тыуғанЯугир ғаиләһендә игеҙәктәр тыуған
Яугир ғаиләһендә игеҙәктәр тыуған

Көйөргәҙе районынан махсус хәрби операция яугире күп балалы атай булған. Валентина һәм Сергей Колбинëвтарҙың игеҙәктәре тыуған. Ғаиләлә улар – дүртенсе һәм бишенсе, ә районда быйыл донъяға килгән тәүге сабыйҙар, тип хәбәр итте хакимиәт башлығы Юлай Ильясов.

«Ныҡлы һаулыҡ, бәхет, яҡташыбыҙға тиҙерәк Еңеү менән ҡайтыуын теләйбеҙ!» – тип яҙа ул.

Автор:Ләйсән Закирова

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас