Аҡъяр ауылының балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең һырғалағында "Ғаилә уйындары - 2025" фестиваленең муниципаль этабы үтте. Унда Хәйбулла районының дөйөм белем биреү ойошмаларының мәктәп этабында еңеүсе командалар ҡатнашты.
Уйындарҙа өс кешенән, атай, әсәй һәм баланан торған дүрт ғаилә ҡатнашты. Һәр этап дәрт һәм көсөргәнеш менән тулы булды. Бөтә ҡатнашыусылар ҙа иң мөһиме — команда рухы һәм ғаилә берҙәмлеге икәнен танытты. Ярыш программаһы мотлаҡ күп этаплы «Күңелле старттар» уйынынан торҙо. Уйында һәр эстафета еңеүселәре команданың бөтә ҡатнашыусылары дистанцияны үтеүгә сарыф иткән иң аҙ ваҡыт буйынса билдәләнә. Уйындар дүрт этапта үтте: тупты хокйей таяғ менән алып барыу; «Тачка»; «ҡулса менән йүгереү»; «Бобслей" эстафетаһы. Ярыштар һөҙөмтәләре буйынса призлы урындарҙы түбәндәге ғаиләләр яуланы:
1-се урын Байғужиндар, 2-се урын Мансуровтар, 3-сө урын Юлановтар ғаиләләре.
Байғужиндар ғаиләһе 2025 йылдың 31 ғинуарында Өфө ҡалаһында үтәсәк ярыштарҙың финалында беҙҙең район исеменән сығыш яһаясаҡ. Бөтә ҡатнашыусылар ҙа дипломдар, яңы йыл бүләктәрен алып шәп кәйеф менән бик яҡшы ваҡыт үткәрҙе!