2025 йылдың беренсе аҙнаһында, 1 ғинуарҙан 8-нә тиклем, Башҡортостанда 793 сабый тыуған. «Башинформ» агентлығына ошондай мәғлүмәттәрҙе республика һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә еткерҙеләр.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Яңы йыл төнөндә Башҡортостанда 10 бала – 5 малай һәм 5 ҡыҙ тыуған. Тәүгеләрҙән булып ӨФӨЛӘГЕ БАШҠОРТ ДӘҮЛӘТ МЕДИЦИНА УНИВЕРСИТЕТЫ клиникаһында һәм Белорет үҙәк район клиник дауаханаһында. Ул Юлия менән Игорь Тудаковтарҙың ҡыҙы һәм Рукияхон менән Равзат Хәкимовтарҙың улы, тип яҙа «Башинформ». Ә Көйөргәҙе районында тыуған тәүге балалар-Сергей Колбиневар ғаиләһендә игеҙәк балалар.