Яңылыҡтар
3 Ғинуар 2025, 05:43

Айһылыуға аяғын ҡырҡтырырға тура килә...

  

Айһылыуға аяғын ҡырҡтырырға тура килә...Айһылыуға аяғын ҡырҡтырырға тура килә...
Айһылыуға аяғын ҡырҡтырырға тура килә...

Ҡурҡыныс сир менән көрәшкән Айһылыу Шаһивәлиева һуңғы яңылыҡтары менән уртаҡлашты.

Күптән түгел бар республика менән уға ярҙам итеү өсөн 10 миллион һумға яҡын аҡса йыйылғайны. Бер айҙан ул Төркиәгә барҙы, әммә анализдары насар булыуы сәбәпле, кире ҡайтырға тура килде. Шулай уҡ йыл аҙағында уның сирле аяғын ҡырҡыуҙары тураһында хәбәр ителгәйне. Ошо көндәрҙә Айһылыу социаль селтәрҙәрҙә яҙҙы.

“Операция үтте. Миңә хәл инде һәм һуңғы яңылыҡтарым менән уртаҡлашырға булдым, сөнки күптәрегеҙҙең минең өсөн борсолғанын күрәм.

Беренсенән, булышлығығыҙ, изгелегегеҙ, теләһә ниндәй ваҡытта миңә, балаларыма ярҙамға килергә әҙер булғанығыҙ өсөн рәхмәт. Минең өсөн был бик мөһим. Аяғымды ҡырҡыу буйынса операция үтте һәм артабан бик ауыр итеп физик һәм әхлаҡи яҡтан тергеҙелдем. Янымда һәр саҡ ирем булды, мине ҡараны, бының өсөн уға бик рәхмәтлемен. Унһыҙ үҙемде ҡулға ала алмаҫ инем. Шулай уҡ минең менән психологтар эшләне, табиптар бөтә яҡлап ярҙам күрһәтте.

Әле беҙҙе дауахананан сығарҙылар. Ирем аяҡты бәйләй һәм бөтә яҡлап та ярҙам итә. Яҡындарым менән күрешеү мөмкинлеге сығыу менән ауылға, атай-әсәйем һәм балалар янына ҡайтып киттек. Миңә бында тынысыраҡ, яҡшыраҡ. Әсәй-атайым, балаларым янымда. Шулай булғас, хәлем дә яҡшыра. Беҙ бында оҙаҡҡа түгел, 6 ғинуар онкологка барырға тейешмен. Унда артабан нисек дауаланыу хәл ителәсәк.

Бөтәгеҙгә лә ышанысығыҙ, ярҙамығыҙ өсөн рәхмәт”, – тип яҙҙы Айһылыу.

Фото: Айһылыу Шаһивәлиеваның социаль селтәрҙәге сәхифәһе. 

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас