Яңы Ергән ауылында “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Беренсел звеноны яңыртыу” программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә, модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Хәҙер ауыл халҡы уңайлы һәм санитар нормаларға ярашлы шарттарҙа медицина ярҙамы алыу мөмкинлегенә эйә булды. Яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктында 500-ҙән ашыу кеше беренсел медицина-санитар ярҙам аласаҡ.