Яңылыҡтар
28 Декабрь 2024, 05:41

Владимир Путин студенттар һәм курсанттар өсөн стипендия булдырҙы

-

Владимир Путин студенттар һәм курсанттар өсөн стипендия булдырҙыВладимир Путин студенттар һәм курсанттар өсөн стипендия булдырҙы
Владимир Путин студенттар һәм курсанттар өсөн стипендия булдырҙы

Владимир Путин юғары белем биреү программалары буйынса уҡыған студенттар, курсанттар һәм тыңлаусылар өсөн Рәсәй Федерацияһы Президенты стипендияһын булдырҙы. Ул 2025 йылдың 1 сентябренән тәғәйенләнә.

Дәүләт башлығының 25 декабрҙәге тейешле указы рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Президент стипендияһының күләме – 30 мең һум. Стипендия йыл һайын бер йылға тәғәйенләнә һәм ай һайын түләнә. Рәсәй Федерацияһы Президенты стипендияһын алыусылар йыл да 3400 кешенән артмаҫҡа тейеш.

Рәсәй Федерацияһы Президенты стипендияһы федераль бюджетта илдең Фән һәм юғары белем биреү министрлығына ошо маҡсаттар өсөн ҡаралған бюджет ассигнованиелары сиктәрендә түләнә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-12-27/vladimir-putin-uchredil-stipendiyu-dlya-studentov-i-kursantov-4069784

Автор:Ләйлә Аралбаева
Фото:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
Автор:
Читайте нас