Яңылыҡтар
28 Декабря 2024, 04:19

Аҡъяр тау колледжында - яңы оҫтахана!

   

Исмәғил Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжында "Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты" акционерҙар йәмғиәтенең спонсорлыҡ аҡсаһына демонстрация имтиханы үткәреү үҙәге һәм "Автомобилдәрҙе ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү буйынса мастер" һөнәре буйынса оҫтахана асылды.

Студенттар автомобилдәрҙе диагностикалау, хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау буйынса күнекмәләрен камиллаштырыу мөмкинлегенә эйә була.

Был үҙәктә 2025 йылғы сығарылыш студенттарының ике төркөмө демонстрация имтиханын тапшырасаҡ. Колледжды тамамлағас, тау-мәғдән предприятиеларына ла, автомобилдәргә техник хеҙмәтләндереү станцияһына ла эшкә урынлаша аласаҡтар.

"Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты" акционерҙар йәмғиәтенә белем биреү процесы шарттарын яҡшыртҡандары өсөн рәхмәт белдерәбеҙ һәм студенттарҙың оҫтахана ҡорамалдарын лайыҡлы баһалаясағына ышанабыҙ," - ти тау колледжы вәкилдәре.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас