Яңылыҡтар
25 Декабрь 2024, 09:47

Өшөгәндә тәүге ярҙам

Тәүге ярҙамды күрһәткәндә нимә эшләү тыйыла?

Һауа температураһының түбәнәйеүе кеше сәләмәтлеге өсөн хәүеф тыуҙыра. Һыуыҡ организм йылының тиҙ юғалтылыуына килтерә, мускул көсөн һәм реакция тиҙлеген кәметә, ихтыяр көсөн, уйҙарҙы һәм хәрәкәтләнеүҙе көсһөҙләндерә. Һыуыҡта оҙаҡ булыу организмдың өшөүенә, туңыуына килтереүе мөмкин.

Өшөү

Ҡайһы саҡта тәндең  һыуыҡтан һаҡланмаған өлөшө генә өшөй. Оҙайлы ваҡыт һыуыҡ тәьҫире аҫтында булғанда бөтә организм өшөй. Һалҡын әсе ел, ҡаты һыуыҡ, дымлы мөхит, һыуыҡ һыу, һыуыҡ бина шарттарында организм автоматик рәүештә йылы бүлеп сығарыуҙы арттыра. Организм тарафынан бүленгән йылылыҡ күләме тотонолған йылылыҡ күләменән кәмерәк булғанда тәндә “ҡаҙ йөнө” ҡалҡыуын күрәбеҙ. Тире өҫтөндәге ҡан тамырҙары тарайып, эстәге йылы ҡандың һаҡланыуын тәьмин итә, ти табиптар.

Ныҡ өшөүгә хас билдәләрҙе ҡарайыҡ. Ҡалтыраныу, төҫ ҡасыу, тиренең аҡһылланыуы, хәрәкәттәрҙең иркен булмауы, һирәк һәм өҫтән генә тын алыу, көсһөҙ пульс, һыуыҡтан бөршәйеү, йоҡо килеү, аң юғалтыу – өшөү билдәләре. Ҡышҡы һыуыҡта өшөмәү өсөн алдан ниндәй иҫкәртеү сараларын күреү хәйерле?

Миҙгелгә ярашлы йылы кейенеү мөһим. Шулай уҡ һыуыҡта оҙаҡ булырға тырышмағыҙ, ваҡыты менән йылынып алығыҙ, ҡайнар сәй, ҡәһүә эсегеҙ.

 Үтә ныҡ өшөү сәләмәтлек өсөн тағы ла хәүефлерәк. Даими һыуыҡ тәьҫире аҫтында тән температураһы кәмей бара. Организмдың тиҙ һыуыныуына түбән температура һәм юғары һауа дымлылығы, ел, миҙгелгә ярашлы кейенмәү, тейешенсә туҡланмау, хәрәкәтләнмәү сәбәпсе. Бындай хәүефле хәлгә түбәндәге төп билдәләр хас: тән температураһының 36 градустан түбән төшөүе, йөрәк ҡыҫҡарыуҙары йышлығы кәмеүе, тын алыу ритмы боҙолоуы, арыу тойғоһо, йоҡо килеү, телмәр аҡрынайыуы, хәтер насарланыуы, тиренең күгәреүе, хәрәкәтсәнлек һәм аң юғалтылыуы.

Тәүге ярҙам

Үтә ныҡ өшөгән кешене һыуыҡ һыу эсенән йәки ҡарҙан, һыуыҡ бинанан, ел уйнап торған ерҙән, дымлы мөхиттән тиҙерәк сығарыу яғын ҡарағыҙ.

 Бәләгә тарыған кешене йылытығыҙ. Еүеш кейемен ҡороға алыштырығыҙ, үҙен одеялға төрөгөҙ, ҡайнар сәй бирегеҙ. Тәү сиратта кәүҙәһен, аҙаҡ ҡул-аяҡтарын йылытығыҙ.

Әгәр кеше ауыр хәлдә булһа, аңын юғалтһа, пульс һәм тын алыуы аҡрынайһа йәки бөтөнләй булмаһа, ашығыс рәүештә  табип саҡыртырға йәки ауырыуҙы дауаханаға илтергә кәрәк.

Тәүге ярҙамды күрһәткәндә нимә эшләү тыйыла:

Үтә ныҡ өшөгән кешене ҡайнар душ йәки ҡайнар ваннаға, эҫе бинаға индерергә ярамай.

Кешенең тәнен ыуғыламағыҙ, сөнки был сара һалҡын ҡандың перифериянан эске ағзаларға һәм баш мейеһенә килтереүенә булышасаҡ. Йылыныу үҙәктән периферияға табан барырға тейеш.

Асыҡ ут һәм алкоголде файҙаланмағыҙ. Бәләгә тарыған кешене ҡар менән ыуып йылытырға тырышмағыҙ.

Автор:Дина Арсланова

https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2024-12-25/sh-g-nd-t-ge-yar-am-4066225 

Автор:
Читайте нас