Яңылыҡтар
25 Декабрь 2024, 07:16

Республикала көндәрҙең бер аҙ йылытыуы һәм ҡар яуыуы көтөлә

-

Республикала көндәрҙең бер аҙ йылытыуы һәм ҡар яуыуы көтөләРеспубликала көндәрҙең бер аҙ йылытыуы һәм ҡар яуыуы көтөлә
Республикала көндәрҙең бер аҙ йылытыуы һәм ҡар яуыуы көтөлә

Башҡортостанда көндәрҙең йәнә бер аҙ йылытыуы һәм ҡар яуыуы көтөлә, тип хәбәр итте республика синоптиктары. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн республикала әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡтан талғын. Һауа температураһы көндөҙ -6, -11 градус.

Кесаҙна, 26 декабрҙә, урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы мөмкин. Ел көньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә -10, -15, урыны менән -17, -22 градус, көндөҙ -5, -10 градус.

Йома, 27 декабрҙә, йәнә бер аҙ ҡар яуыуы фаразлана. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -6, -11, аяҙытҡанда -16 градус, көндөҙ -1, -6 градус.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-12-25/bashkiriyu-zhdet-nebolshoe-poteplenie-i-sneg-4066053

Автор:Галина Бахшиева
Фото:Валерий Шахов, архив фотоһы
Автор:
Читайте нас